Бөтә яңылыҡтар
Хужабикәгә
20 Май 2021, 15:42

Балсыҡ һауытта былау бешерә беләһегеҙме?

Гәзиткә яҙылыусыларыбыҙ араһында “Аҙна һайын бүләк” уйыны ойоштороласағы тураһында хәбәр иткәйнек инде. Бүләктәр араһында былау бешереү өсөн семәрләп эшләнгән балсыҡ таба ла бар! Бүләк оторға теләүселәр, “Атайсал” гәзитенә яҙылып, тиҙ арала квитанция күсермәләрен редакцияға ебәрергә ашығығыҙ!Бәшмәк менән бешерелгән былау рецебын тәҡдим итәбеҙ:

Гәзиткә яҙылыусыларыбыҙ араһында “Аҙна һайын бүләк” уйыны ойоштороласағы тураһында хәбәр иткәйнек инде. Бүләктәр араһында былау бешереү өсөн семәрләп эшләнгән балсыҡ таба ла бар! Бүләк оторға теләүселәр “Атайсал” гәзитенә яҙылып, тиҙ арала квитанция күсермәләрен редакцияға ебәрергә ашығығыҙ!
Бәшмәк менән бешерелгән былау рецебын тәҡдим итәбеҙ:
Бер стакан дөгө ярмаһы, бер баш һуған, бер кишер, 300 грамм бәшмәк (туңдырылған булһа ла ярай), тоҙ, тәмләткестәр (паприка, кориандр, ҡәнәфер, ҡара борос, әнис, петрушка), өс тырнаҡ һарымһаҡ алабыҙ.
Башта бәшмәкте 20 минут тирәһе бешерәбеҙ. Шунан табаны йылытып, ҡайнаған майҙа һуғанды ҡыҙҙырабыҙ. Кишерҙе ваҡлап турап, бәшмәкте, дөгө ярмаһын ҡатлап балсыҡ табаға һалабыҙ, тәмләткестәр өҫтәйбеҙ. Һарымһаҡты таҙартмайынса ҡушабыҙ. 2,5 стакан ҡайнаған һыу өҫтәп, һауыттың ҡапҡасын ябып, болғатмайынса 30 минутҡа утҡа ҡуябыҙ.
Ашығыҙ тәмле булһын!