АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хужабикәгә
16 Май 2021, 00:05

"АНАНАС" салаты

Ҡунаҡтар килеүе көтөләме? Табынға ошо тураманы тәҡдим итәбеҙ.

“Ананас” салаты
Кәрәкле ингредиенттар: 3-4 картуф (ҡабыҡлай бешерелгән) , 200 гр ветчина, косервалағы ананас (150-200 г), 5 йомортҡа, 1 бәләкәй һуған, 1 сәй ҡалағы лимон һуты, алма, майонез, тоҙ, борос, биҙәү өсөн грек сәтләүеге, йәшел һуған.
Әҙерләү: картуфты таҙартып, ҡырғыс аша үткәрергә. Йомортҡаларҙы әрсеп, ваҡларға. Ветчинаны нәҙек кенә итеп ҡырҡырға (ыҫланған тауыҡ ите лә бара). Һуғанды ваҡ ҡына итеп турарға. Ананасты шаҡмаҡлап турарға. Алманы йыуып, тышын алып, эре ҡырғыстан үткәрергә лә өҫтөнә лимон һуты ҡойорға.
Ингредиенттарҙы ҡатлап һалырға.
1-се ҡат: ҡырылған картуфтың яртыһы, тоҙ, борос, майонез.
2-се ҡат: һуған, тоҙ, борос.
3-сө ҡат: ветчинаның яртыһы, аҙ ғына майонез.
4-се ҡат: алманың яртыһы.
5-се ҡат: йомортҡаның яртыһы, тоҙ, борос, майонез.
6-сы ҡат: ананастың яртыһы.
7-се ҡат: ҡалған картуф, тоҙ, борос, майонез.
8-се ҡат: ҡалған һуған, тоҙ, борос.
9-сы ҡат: ҡалған ветчина, аҙ ғына майонез.
10-сы ҡат: ҡалған алма.
11-се ҡат: ҡалған ананас.
12-се ҡат: ҡалған йомортҡа, тоҙ, борос, майонез.