Ҡайын бөрөһө—бик күп ауырыуҙан һөҙөмтәле дауа. Уны яҙ ҡайын һыуы сығып, бөрөләр тулыша башлағас та йыйырға кәңәш ителә. Шифалы төнәтмәләр әҙерләнә.
Әле улар асылмаған була, әммә ағас олоно буйлап һут йүгергәндә тулыша. Ә был мәлдән иртә йыйыуҙың мәғәнәһе юҡ—файҙаһы аҙ буласаҡ. Бөрөләр һорғолт буҙ төҫтә, төбөнән әҙерәк йәшәреп торғандары ла осрай. Хуш еҫле. Йыйғас, асыҡ һауала йәиһә махсус киптергестә киптереп, быяла һауытта, туҡыманан тегелгән йәки ҡағыҙ тоҡсайҙа һаҡлайҙар.
Файҙалы үҙенсәлектәре:
*Бәүел, үт ҡыуыу, тирләтеү, ҡанды таҙартыу, ауыртыуҙы баҫыу, дезинфекциялау, яраны бөтәйтеү үҙенсәлектәренә эйә.
*Бактерияларға ныҡлы ҡаршы тора. Бөрө төнәтмәһе флегмон, фурункулез, перитонит, мастит кеүек төрлө эренле инфекциялы ауырыуҙарҙы дауалауҙа ыңғай һөҙөмтә бирә.
*Бөрөнө спиртҡа һалып әҙерләнгән төнәтмәләр организмдан трихомонада, гельминт, лямблия, инфузория кеүек паразиттарҙы сығарырға ярҙам итә.
*Бөрө бауыр һәм үт юлдары ауырыуҙарын дауалағанда файҙалы.
*Уны трахеитты, бронхитты дауалағанда ҡаҡырыҡты сығарыу һәм дезинфекциялау сараһы булараҡ ҡулланалар.
*Подагра, ревматизм, быуын ауырыуҙарын дауалағанда киң ҡулланалар.
*Янған урындарҙы, ҡысынманы, һытҡыларҙы дауалауҙа ла ярҙам итә. Төнәтмәһенән әҙерләнгән компрестар яраларҙы бөтәштерә.
*Табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ.