АТАЙСАЛ
+18 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хужабикәгә
17 Март 2021, 18:00

Хужабикәләргә ярҙамға

“Әсәйең нимә эшләй?” тигән һорауға бер малай: “Ул бөгөн ял итә:, саң һөртә, беҙҙең кейемдәрҙе, иҙәнде йыуа, бәлеш бешерә,”-тип яуаплаған. Шулай инде, ҡатын –ҡыҙҙар өсөн ял көндәре өй эштәренә күмелеп үтә. Уңған хужабикәләргә хужалыҡта ҡулланырға бер нисә кәңәш тәҡдим итәбеҙ...

-Быяланан йә көҙгөнән таптарҙы таҙартырға аш һеркәһе һәм спирт ярҙам итә.
-Линолеумлы иҙәндәрҙе эҫе һыу менән йыумағыҙ, уның төҫө уңа.
-Сыняҡтарҙы сода менән таҙартһағыҙ, уларҙың һүрәттәре юйыла, уларҙы иретелгән һабын менән йыуырға кәрәк.
-Полировкаланған мебелдә һыҙҙырылған эҙҙәр бар икән, аяҡ кейеме кремы ярҙамға килә. Уны мебелдең төҫөнә ҡарап һайларға кәрәк.
-Һаламдан эшләнгән әйберҙәрҙе таҙартыр алдынан сепрәкте тоҙло һыуҙа тотһағыҙ, улар ялтырап китер.
-"Һауыт-һаба йыуыу өсөн махсус шыйыҡсалар ҡулланырға ярамай," тип әйтеүселәр күп. Йылы һыуға бер аҙ һеркә һәм эре тоҙ өҫтәһәгеҙ ҙә һауыт-һаба таҙара.
-Боҙ формаһы һыуытҡысҡа йәбешмәһен тиһәгеҙ, уның төбөн май шәм менән буяғыҙ.
-Ит турағысты тиҙ таҙартыу өсөн итте үткәреп бөткәс тә, бер-ике картуф үткәреп алығыҙ.
-Аҙыҡ тураған таҡтанан һуған еҫен бөтөрөү өсөн ҡоро тоҙ менән ышҡырға кәңәш итәләр.
-Обойҙарҙағы майлы таптарҙы бензин менән ышҡып бөтөрөп була.
-Диван, балаҫтарҙағы таптарҙы бөтөрөү өсөн ярты лимон менән таплы урынды ышҡырға кәрәк.