АТАЙСАЛ
+14 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хужабикәгә
13 Март 2021, 12:20

СОДА ФАЙҘАҺЫ

Ҡоро йүтәл борсоғанда бер стакан йылы һөткә бер сәй ҡалағы аш содаһы һалып болғаталар һәм яйлап эсәләр.Конъюнктивит булғанда мамыҡты содалы һыуға манып күҙҙе һөртөп алалар.Ярты сәй ҡалағы соданы һуға болғатып эсеү аритмия өйәнәген баҫа.Ярты сәй ҡалағы сода менән бер сәй ҡалағы тоҙҙо бер литр ҡайнар һыуға һалып болғаталар. Был ҡатышманы транспортта барғанда күңел болғанһа, ағыуланғанда һәр 5 минут һайын берәр аш ҡалағы эсәләр.

1. Ҡоро йүтәл борсоғанда бер стакан йылы һөткә бер сәй ҡалағы аш содаһы һалып болғаталар һәм яйлап эсәләр.
2. Конъюнктивит булғанда мамыҡты содалы һыуға манып күҙҙе һөртөп алалар.
3. Ярты сәй ҡалағы соданы һуға болғатып эсеү аритмия өйәнәген баҫа.
4. Ярты сәй ҡалағы сода менән бер сәй ҡалағы тоҙҙо бер литр ҡайнар һыуға һалып болғаталар. Был ҡатышманы транспортта барғанда күңел болғанһа, ағыуланғанда һәр 5 минут һайын берәр аш ҡалағы эсәләр.
5. Тирләгәндә содалы эретмә менән йыуыныу тир биҙҙәренең эшмәкәрлеген кәметә.
6. Урт боҙолһа ла содалы эретмә менән сайҡатыу килешер.
7. Ашҡаҙан эшмәкәрлеге боҙолһа бер стакан һөткә ике семтем сода һалып эсәргә була.
8. Аяғы тирләгән кешегә аяҡ кейеменә сода һибергә ҡушалар.
9. Ҡайнар һыу тултырылған ваннаға 100 грамм сода һалһағыҙ, һыу йомшарып китер.
10. Ҡәһүә хуш еҫле булһын өсөн, уны ҡайната торған һыуға бер семтем сода һалығыҙ.
11. Һыуытҡыста насар еҫ сыҡһа, уны сода ала. Тәрилкәгә сода һалып һыуытҡысҡа ҡуйығыҙ.
12. Һыуға аҙ ғына сода һалһағыҙ, кәбеҫтә менән фасоль тиҙ бешер.
13. Серәкәй тешләгән урынға дымлы сода һөртөгөҙ.