Бөтә яңылыҡтар
Хужабикәгә
27 Февраль 2021, 15:00

ФАЙҘАЛЫ ЛА, ТӘМЛЕ ЛӘ

Был тураманы эшләү өсөн күп ваҡыт талап ителмәй. Иң мөһиме бешкән сөгөлдөр булһын. Уға башҡа ингредиенттарҙы ҡушһаң, бик тәмле салат килеп сыға...

2 сөгөлдөр, 2-3 аш ҡалағы ҡаймаҡ, 2-3 теш һарымһаҡ, грек сәтләүеге, гранат, тоҙ кәрәк. Сөгөлдөрҙө бешерергә, һыуынғас ҡырғыс аша үткәрергә. Һарымһаҡты, сәтләүекте ваҡларға. Барыһын ҡушып болғатырға. Грант емештәрен өҫтәргә.
Алдан әҙерләп ҡуйһағыҙ, тоҙ менән ҡаймаҡты өҫтәлгә ҡуйыр алдынан ғына турамаға ҡушығыҙ.