АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хужабикәгә
12 Февраль 2021, 15:10

ТӘМЛЕ БУЛҺЫН!

Ә һеҙ шыйыҡ ҡамырға (кляр) балыҡ манып бешергәнегеҙ бармы?

Кәрәк: 400 г балыҡ филеһы, 1 йомортҡа, 3 аш ҡалағы он, 100 мл һөт, тоҙ.
Магазиндарҙа әҙер балыҡ ите дүрткел йә түңәрәк формаларҙа һатыла. Уны үтә ныҡ иретмәгеҙ. Юғиһә ыуалып бөтөр.
Йомортҡаның ағынан һарыһын айырабыҙ. Һарыһына он, һөт, тоҙ ҡушып болғатабыҙ. Йомортҡа ағын айырып туҡып ҡушабыҙ.
Үтә ныҡ шыйыҡ булмаһын, ҡуйы ғына масса килеп сығырға тейеш.
Балыҡ итен киҫәктәргә бүлеп, шул клярға манып алабыҙ, унан онда әүәләйбеҙ, кире клярға манабыҙ.
Майлы табала ике яҡлап ҡыҙҙырабыҙ. Бешеп сыҡҡас, салфеткаға һалып, артыҡ майынан ҡотолабыҙ.