Бөтә яңылыҡтар
Хужабикәгә
29 Ғинуар 2021, 13:30

ВАҠ БӘЛЕШ

Йома сәйе тәмле булһын, дуҫтар!

Ваҡ бәлеш
Ҡамыр өсөн:
- 100 г аҡ май
- 2 стакан он
- самалап тоҙ
- бысаҡ осонда ғына сода
- 1 стакан кефир
- 2 йомортҡа

Эслек өсөн:
- ит
- картуф
-һуған
- тоҙ
- борос

Әҙерләү:
Аҡ майҙы ваҡлап онға ҡушабыҙ, тоҙ, сода өҫтәйбеҙ. Унан кефирҙы (әсегән һөт тә ярай) һәм йомортҡаларҙы ҡушабыҙ. Кәрәкһә тағы он өҫтәп, йомшаҡ ҡына ҡамыр баҫабыҙ (билмән ҡамырынан йомшағыраҡ булырға тейеш) һәм “ял итергә” ҡуябыҙ.

Ҡамыр әҙер булғансы эслек эшләйбеҙ. Иртте, картуфты, һуғанды шаҡмаҡлап ваҡлап турайбыҙ. Тоҙ, борос ҡушабыҙ.

Ҡамырҙы өлөштәргә бүлеп, бәләкәй-бәләкәй йәймәләр әҙерләйбеҙ. Уртаһына эслекте һалып, ситтәрен әйләнә буйлап бөгөп сығабыҙ.
200 грудусҡа ҡуйылған духовкаға оҙатабыҙ. 20 минуттан һәр береһе эсенә (уртала ҡалған уйымға) аҡ май киҫәге һалабыҙ ҙа кире бешерә ҡуябыҙ. Йәнә 20 минуттан һәр береһенә йомортҡа һылап сығырға була, шулай уҡ һурпа өҫтәргә мөмкин. Ошонан һуң йәнә 15 минут тирәһе ултырһа, ваҡ бәлеш әҙер.
Йома сәйе тәмле булһын, дуҫтар!


Читайте нас: