Бөтә яңылыҡтар
Хужабикәгә
28 Декабрь 2020, 16:10

ТОҘ ӨҪТӨНДӘ БЕШЕРЕЛГӘН ТАУЫҠ

Тиҙҙән Яңы йыл байрамы... Туғандарығыҙ, яҡындарығыҙ, ғаиләгеҙ менән уны иҫән-һау, бәлә-ҡазаһыҙ ғына матур ҡаршы алырға яҙһын! Өҫтәлегеҙ мул, кәйефегеҙ көр булһын!Беҙҙән рецепт...

Кәрәк: тауыҡ, тоҙ, биҙәү өсөн салат япрағы, йәшел үләндәр, помидор, ҡыяр, татлы борос, лимон.
Тауыҡты йыуып, ҡағыҙ таҫтамал менән ҡоротоғоҙ. Бешерә торған формаға тоҙ һибегеҙ. Тоҙ өҫтөнә тауыҡты арҡаһы менән һалығыҙ. 200 градуста йылытылған мейескә 50-60 минутҡа оҙатығыҙ. Йәшелсәләрҙе турағыҙ. Матур ғына һауытҡа салат япраҡтары теҙегеҙ. Өҫтөнә бешкән тауыҡты һалып, тирә-яғын йәшелсә менән биҙәгеҙ.
Читайте нас: