Был рецепт менән “ер еләге”н әҙерләп ҡарағыҙ әле, үкенмәҫһегеҙ. Яңы йыл өҫтәленә йәм өҫтәр.
Сельд балығы, һуған, йәшел тәмләткестәр, сөгөлдөр, картуф, лимон һуты, зәйтүн майы, петрушка, кунжут.
Әҙерләү: сөгөлдөр менән картуфты бешереп алығыҙ, әрсеп таҙалағыҙ. Сөгөлдөрҙө ваҡ ҡырғыстан үткәрегеҙ, картуфты иҙегеҙ һәм икеһен ҡушығыҙ.
Балыҡты һәм һуғанды ваҡлап турағыҙ, йәшел тәмләткес үләндәр өҫтәгеҙ.
Сөгөлдөр-картуф ҡатышмаһынан бәләкәс йәймәләр эшләгеҙ. Уртаһына балғалаҡ менән балыҡлы ҡатышманы һалығыҙ һәм еләк формаһын әүәләгеҙ.
Зәйтүн майы, лимон һутынан соус әҙерләп, уны “еләк”кә ҡойоғоҙ, кунжут һибегеҙ. Пертушканан “мыйыҡса”лар эшләп ҡуйығыҙ.