Бөтә яңылыҡтар
Хужабикәгә
25 Октябрь 2020, 18:35

Панкейк

Панкейк (инглиз теленән алғанда «pan» — таба, «cake» — пирожное) - Төньяҡ Америка ризығы. Беҙҙеңсә әйткәндә, ҡалын ҡоймаҡ инде ул. Бешереп ҡарағыҙ, хужабикәләр!

Америка ҡоймаҡтары, йәғни панкейк
Кәрәкле ингредиенттар: 240 грамм он, 220 мл һөт, 4 йомортҡа, 2 ст. шәкәр, 0,5 сәй ҡалағы йомшартҡыс (разрыхлитель) йә аш һеркәһендә һүндерелгән сода, семтем тоҙ. Шулай уҡ семтем дәрсен (корица) ҡушып ебәрергә мөмкин.
Был 4-5 кешенән торған ғаилә табынына.
Әҙерләү ысулы:
  1. Йомортҡаларҙың ағын һарыһынан айырабыҙ. Ағын һыуытҡысҡа оҙатып торабыҙ. Һарыһына шәкәр, дәрсен ҡушып болғатабыҙ.
  2. Йомортҡа һарыһына йылы һөт ҡушыбыҙ. Унан он, йомшартҡыс йәки сода.
  3. Йомортҡа ағына тоҙ ҡушып күпеткәнсе болғайбыҙ һәм онло массаға ҡушабыҙ.
  4. Табаны уртаса ҡыҙыулыҡтағы утҡа ҡуябыҙ. Аҡ май менән берҙе генә еңелсә майлап алабыҙ, башҡаса майлау кәрәкмәйәсәк.
  5. Панкейк ҡоро табала бешә, ике яҡлап бешереп алабыҙ. Ҡабарып ҡына, ҡыҙғылт-көрән төҫ ала. Берәүһенә 1,5 минут тирәһе ваҡыт етә.
  6. Бешкән ҡоймаҡтарҙы ҡатлап һалғанда кемдер еңелсә майлай, кемдер сиропҡа мана, икенселәр ҡуйыртылған һөт менән бирә, янына бал ҡуйырға ла мөмкин. Кемгә нисек оҡшай инде. Үҙең генә ашаһаң да бик тәмле ул.
  7. Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын!
    Әйткәндәй, үҙем шәкәрҙең бер аҙын йомортҡа һарыһына ҡушып, ҡалған өлөшөн тулыһынса йомортҡа ағына ҡушып туҡыйым. Урындарҙы үҙгәртеү менән сумма үҙгәрмәй тигәндәй, барыбер тәмле ҡоймаҡтар килеп сыға.
    Интернетта 2 йомортҡа менән дә рецептар бирелә. Бәлки, уныһын үҙегеҙ бешереп ҡарарһығыҙ.