Кәрәкле ингредиенттар: 150 грамм аҡ эремсек, 4 аш ҡалағы көнбағыш майы, 1 йомортҡа, 2 аш ҡалағы шәкәр, 1 стакандан күберәк он, 1,5 сәй ҡалағы йомшартҡыс.
Эслек: 3 йомортҡа, 600 грамм тирәһе һутлы ғына мандарин, 1 лимон, 100 грамм аҡ май, 150 грамм шәкәр, 750 грамм аҡ эремсек, 225 грамм ҡаймаҡ, 1 сәй ҡалағы йомшартҡыс.
1. Аҡ эремсекте көнбағыш майы, йомортҡа, шәкәр, он, йомшартҡыс менән бутағыҙ (миксерҙа яҡшыраҡ). Килеп сыҡҡан ҡамырҙы йәйеп, формаға һалығыҙ, ситтәрен ҡалҡытынҡырап ҡуйығыҙ. Эслек әҙерләгәнсе, әҙер йәймәне һыуытҡысҡа ҡуйып тороғоҙ.
2. Эслек өсөн алынған йомортҡаларҙың ағы менән һарыһын айырығыҙ. Ағын туҡып, һыуытҡысҡа ҡуйып тороғоҙ. Лимонды йыуып, 1 сәй ҡалағы тиклем итеп ҡырғыстан тышын ҡырып алабыҙ. Йәнә 1 аш ҡалағы тирәһе һуты ла кәрәк буласаҡ.
3. Йомшарған аҡ майҙы, шәкәрҙе, йомортҡа һарыһын туҡыйбыҙ. Эремсек, ҡаймаҡ, йомшартҡыс, үткәрелгән лимонды, һутын өҫтәйбеҙ, яҡшылап болғатабыҙ. Мандаринды әрсеп, таҙалап, тураҡлап һалабыҙ.
4. Һыуытҡыстан ҡамырҙы алабыҙ, эремсекле массаны ҡоябыҙ. Мандарин ҡалһа өҫтөнә өҫтәп һалабыҙ һәм бешерергә оҙатабыҙ. 180 градуслыҡ мейестә 1 сәғәт тирәһе бешә. Өҫтө үтә тиҙ көйөп китмәһен тиһәгеҙ, фольга менән ябып торорға була.