Бөтә яңылыҡтар
Хужабикәгә
22 Август 2020, 14:00

ГРУШАНАН ПОВИДЛО

Грушаның өлгөргән мәле. Унан ҡышҡылыҡҡа ҡайнатма, повидло әҙерләргә, ҡаҡ ҡойорға мөмкин.Повидлоны һәр кем үҙенсә эшләй, бөгөн беҙ һеҙгә уның бер төрөн тәҡдим итәбеҙ.

Грушаның өлгөргән мәле. Унан ҡышҡылыҡҡа ҡайнатма, повидло әҙерләргә, ҡаҡ ҡойорға мөмкин.
Повидлоны һәр кем үҙенсә эшләй, бөгөн беҙ һеҙгә уның бер төрөн тәҡдим итәбеҙ.
  • 700 гр груша,
  • 150 гр әфлисун,
  • 500 гр шәкәр,
  • самалап лимон кислотаһы,
  • пектин кәрәк.
  • Үтә ныҡ бешмәгән грушаларҙы алһағыҙ яҡшыраҡ булыр. Уның үҙенән генә лә повидло эшләргә була, шул уҡ ваҡытта башҡа төрлө емеш ҡушырға ла мөмкин. Әлеге рецепт әфлисун менән.
    Грушаны йыуығыҙ, таҙала-ғыҙ, ваҡлап турағыҙ. Ит турағыс аша үткәрергә лә була. Ә әфлисундың тышын алырға, кем оҡшата бер аҙ уныһын да ҡушып ебәрергә мөмкин. Барыһын ҡушып, шәкәрҙең ½ өлөшөн һалып, һуты сыҡҡансы 15 минутҡа ултыртып тороғоҙ. Ҡалын төплө суйын ҡулланһағыҙ яҡшыраҡ, сөнки повидло тиҙ генә һауыт төбөнә ултырып, көйөп барыусан. Груша әллә ни һутлы булмаһа, әҙ генә һыу ҡушығыҙ. Болғатып тороғоҙ, ҡайнап сыҡҡас, шәкәрҙең ҡалған өлөшөн яйлап өҫтәгеҙ. Шәкәр иҙелеп бөткәнсе талғын утта ҡайнатыуҙы дауам итегеҙ. Аҙаҡ йомшарған груша киҫәктәрен блендер менән иҙгесләргә кәрәк, кемдәрҙер һыуынғас иләк аша үткәрә. Иҙмәне йәнә 20-30 минут ҡайнатырға була. Был осраҡта ҡуйырһын өсөн инструкцияға ярашлы пектин, йә лимон кислотаһы ҡушып ебәрергә лә кәңәш ителә.
    Стерилләнгән банкыларға эҫе килеш ҡойоп, ҡапҡасын ябып, “шуба” аҫтына һыуынғансы ултыртып торабыҙ. Аҙаҡ һалҡын ергә ҡуйырға.
    Читайте нас: