Бөтә яңылыҡтар
Хужабикәгә
12 Август 2020, 16:00

АЛМАЛЫ ТӘМЛЕКӘС

Алмаларҙы бешкән мәле...Унан һәр төрлө тәмлекәс әҙерләргә, яҡындарығыҙҙы һыйларға мөмкин. Бөгөн бер рецепт тәҡдим итәбеҙ. Кәрәкле ингредиенттар: 1,5 алма (таҙалап, ҡырғыстан үткәргәс 1,25 кг алма), 150 гр аҡ май (72,5 процентлы), 1 стакан манный ярмаһы, 1 стакан он, 1 стакан шәкәр, 2 сәй ҡалағы йомшартҡыс, 1 ҡап ваниль шәкәре, семтем тоҙ.

Кәрәкле ингредиенттар: 1,5 алма (таҙалап, ҡырғыстан үткәргәс 1,25 кг алма), 150 гр аҡ май (72,5 процентлы), 1 стакан манный ярмаһы, 1 стакан он, 1 стакан шәкәр, 2 сәй ҡалағы йомшартҡыс, 1 ҡап ваниль шәкәре, семтем тоҙ.
Манный ярмаһын, ондо, шәкәрҙе, йомшартҡысты, тоҙҙо, ваниль шәкәрен бергә ҡушырға ла , 4 тигеҙ өлөшкә бүлергә.
Бешкән генә әскелтем алмаларҙы йыуып, таҙалап ҡырҡыс аша үткәрергә. Улар ҡарағусҡыл төҫкә инһә, борсолмағыҙ. Уны өс өлөшкә бүлегеҙ, һуты сыҡһа түкмәгеҙ.
Таба төбөнә һәм ситтәренә уратып пергамент ҡағыҙ йәйегеҙ. Хәҙер тәүҙә ҡоро ҡатышманы (онло ҡатышманы) һалығыҙ, шунан алманы. Шулай сиратлап ҡатлағыҙ. Иң өҫтә ҡоро ҡатышма булырға тейеш. Уның өҫтөнә йошаҡ майҙы һылап ҡуйығыҙ, май туңыраҡ икән ҡырғыс аша үткәреп һалығыҙ һәм 180 градус эҫелектәге мейескә бешерергә ҡуйығыҙ. Сәғәттән ашыуыраҡ бешә (кемдең духовкаһы нисек бешереүгә ҡарап самаларға). Әҙер бәлеште тулыһынса һыуытырға, шунан ғына табанан алып, өлөштәргә бүлергә.