Крыжовникты "төньяҡ винограды" тип тә йөрөтәләр. Ул витаминдарға, минералдарға, микроб һәм вирустарға ҡаршы көрәшеүгә һәләтле матдәләргә бик бай. Тән ауырлығын ташларға ярҙам итә, иммунитетты күтәрә. Уны онкологиянан профилактика өсөн ҡулланалар, сөнки уның составында антиоксидант күп, ул күҙәнәктәрҙең боҙолоуына ҡаршы тора ала. Ҡан әйләнешен яҡшырта, аш эшкәртеүҙе көйләй, йөрәк эшмәкәрлеген, эндокрин биҙҙәре гормондарын яйға һала. Уны балаларға ла, ололарға ла, ауырлыларға ла ашарға тәҡдим итәләр, сөнки ул организмды кәрәкле элементтар менән тәьмин итә. Бәләкәстәргә емешен бирергә була, ҡайнатмаһынан әҙерәк тотҡарланып торорға ҡушалар.
Беҙ һеҙгә крыжовник һәм әфлисундан тәмлекәс тәҡдим итәбеҙ.
Кәрәк: йәшел крыжовник 300 грамм, эре әфлисун 1/3 йә 2/3 өлөш, шәкәр 300-450 грамм.
Крыжовникты йыуып, "мыйыҡсаларын" ҡырҡып таҙалағыҙ. Әфлисунды әҙерәк эҫе һыуҙа бешкәкләп алығыҙ, орлоғон алығыҙ. Ҡабығы оҡшамаһа бөтөнләй алып, һутлы "ит"ен генә ҡулланырға була. Икеһен ҡушып блендерҙа иҙегеҙ, йә ит турағыстан үткәрегеҙ. Шәкәр ҡушып иҙелгәнсе болғатығыҙ. Шәкәр күләме крыжовниктың тәменә бәйле, әммә 300 грамдан кәм һалмағыҙ.
Банкы менән ҡапҡасын эҫе һыуҙа йыуып алығыҙ ҙа, крыжовниклы-әфлисунлы ҡатышманы банкыға һалып, ябып һыуытҡысҡа ҡуйығыҙ. Ҡышҡа тиклем тоторға була. Ҡоймаҡ янына бирегеҙ, бәлештәр бешергәндә эслек итеп ҡулланығыҙ йә сәйгә ҡушып ашағыҙ!