200 грамм эремсек, 100 грамм ҡуйыртылған һөт, 50-шәр грамм кокос вағы, берәй сәтләүек (миндаль йә фундук) кәрәк.
Эремсеккә ҡуйыртылған һөттө ҡушып, бер аҙ кокос вағы өҫтәп яҡшылап болғатырға. Уртаһына сәтләүек һалып йомарларға ла кокос ваҡында әүәләргә. Килеп сыҡҡан "шарҙар"ҙы 1 сәғәткә һыуытҡысҡа ҡуйып тороғоҙ.