АТАЙСАЛ
-10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хужабикәгә
23 Июнь 2020, 23:30

ҠАЙЫН ЕЛӘГЕ

Уны "витаминлы бомба" тип тә йөрөтәләр. Сөнки был еләк төрлө витаминдарға, микро- һәм макроэлементтарға бай...

Уны "витаминлы бомба" тип тә йөрөтәләр. Сөнки был еләк төрлө витаминдарға, микро- һәм макроэлементтарға бай. Тимер, кальций, калий унда күп. Әлбиттә, өҙөп кенә емеште ашау күпкә файҙалы, әммә ҡайнатма, джем, компотта ла ул насар түгел. Ҡайын еләген, япрағын киптереп, сәй урынына эсергә лә мөмкин. Ул ашҡаҙан, бөйөр сирҙәренән шифа булып тора. Теш, теш ҡаҙнаһы менән проблема булғанда ла файҙаһы ҙур. Ҡайын еләге төнәтмәһе һипкелдәрҙе бөтөрөргә лә һәләтле. Һыуыҡ тейҙергәндә, грипп мәлендә лә ярҙам итер, иммунитетты күтәрә, бөйөрҙәге ташты сығарырға булышлыҡ бирә, авитаминоз ваҡытында ҡулланыу яҡшы. Еңелсә генә ҡан баҫымын төшөрөүгә һәләтле. Организмда матдәләр алмашыныуы боҙолған саҡта ла нәҡ ошо емеш файҙалы булыр. Ҡайын еләге бит тиреһен йомшарта, ялтыратып матурайтып ебәрер.
Әлбиттә, зыянлы булыуы ла ихтимал. Аллергия менән йонсоусыларға бик һаҡ булырға кәрәк. Ауырлы, бала имеҙгән ҡатындарға ла еләктән баш тартырға тура килер.
*Табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ.
Читайте нас: