Ҡарағай тубырсыҡтарынан ҡайнатма
Тубырсыҡтарҙы йыйып, йыуып, бер төнгә һыуҙа ҡалдырып торорға. Иртән тороуға балдай татлыға әйләнә. Ошо һыуға (1 литрға 0,8 кг шәкәр) шәкәр ҡушып сироп әҙерләргә. Ҡайнап ултырған сиропҡа тубырсыҡтарҙы төшөрөргә. Көслө утта ҡайнау хәленә еткерергә. Артабан һүрән утта ҡайнатыуҙы дауам итергә (2 сәғәт).
Уттан алғас, кискә ҡәҙәр ултырып торһон. Кис иһә тағы ҡайнау хәленә еткереп, стерилләнгән таҙа банкаларға ҡойорға.
Әйткәндәй, был ҡайнатма бик файҙалы. Сөнки ул витаминдарға бай. Тын юлдары сирҙәре өсөн бик шәп дауа. Бронхит, плеврит, пневмония, астма, туберкулездан, шулай уҡ грипп һәм һыуыҡ тейгәндә ҡулланырға була. Тәүлегенә ике аш ҡалағы ҡайнатма етә. Ашҡаҙан ауыртҡанда ла ярҙам итә, гемоглобинды күтәрә, яман шештән профилактика өсөн ҡулланыу кәңәш ителә. Теш ҡаҙналары елһенгәндә лә файҙаһы ҙур.
*Табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ!