10 порцияға был салатты эшләү өсөн түбәндәгеләр кәрәк: 10 помидор, 10-16 йәшел һуған, 150 грамм эремсек, 2 йомортҡа, 1 теш һарымһаҡ, 1 аш ҡалағы майонез, самалап тоҙ, борос, 10 бамбук шампуры.
Помидорҙарҙы йыуып әҙерләп ҡуйығыҙ. “Сливки” тигән сорты яҡшыраҡ, күркәмерәк булыр. Йомортҡаларҙы бешереп, ҡырғыс аша үткәрегеҙ. Уға эремсек (уның урынына сыр ҙа ярай), һарымһаҡ, тоҙ, борос, майонез йә ҡаймаҡ ҡушығыҙ. Помидорҙарға ипләп кенә дүрт яҡлап арҡыры ҡырҡып уйым эшләгеҙ ҙә эсен таҙалағыҙ. Уның урынына алдан әҙерләнгән эремсекле массаны һалығыҙ. Ләлә “таждарын” боҙоп ҡуймағыҙ! Йәшел һуғанды таҙалап йыуып, уның аша бамбук шампурҙы үткәрегеҙ һәм шампурҙы сәскәгә ҡаҙағыҙ. Бына, Ләлә сәскәһе әҙер! Ашығыҙ тәмле булһын!