Бөтә яңылыҡтар
Хужабикәгә
22 Февраль 2020, 14:00

Кителгән һауытыңды ҡулланма!

Ә һеҙ сатнаған һауыттарығыҙҙы ҡулланағыҙмы?

Яңы әйберҙәребеҙҙе иртәгәлеккә һаҡлайбыҙ: яңы күлдәгемде ҡунаҡҡа ғына кейермен, был һауыт-һабаны ҡунаҡ килһә генә сығарырмын һ.б. Ә әлегә миңә ошо аламаһы ла бара, тибеҙ. Ни өсөн? Был ахмаҡлыҡ һымаҡ түгелме? Донъяла бер генә йәшәйбеҙ бит, ниңә алғаныңды мәлендә кейеп, матур сынаяҡтарҙан сәй эсеп, рәхәтләнеп йәшәмәҫкә? Етмәһә, инде кейергә эшкинмәгән, ҡулланыуҙан үткән әйберҙәребеҙҙе ташламай, ҡый итеп, саң йыйып һалып ҡуябыҙ. Ни өсөн? Быныһы ла аңлашылмай…
Ватыҡ һауыт-һаба ҡулланыуға дин әһелдәренең үҙ яуабы ла бар: “Һиҙелер-һиҙелмәҫ кенә сатнаған йәки кителгән һауытта аҙыҡ ҡалдыҡтары ҡала, бөтә төр микробтар, бактериялар йыйыла. Улар ватылған урындарға үтеп инә һәм үрсей. Был хаҡта Пәйғәмбәребеҙ: “Аллаһтың илсеһе ватылған һауыттан эсеүҙе һәм эсемлеккә өрөүҙе тыйҙы”,—тигән хәҙисе бар. Ислам дине кешенең именлеген, һаулығын ҡурсалауға йүнәлтелгән.”
Өҫтәп шуны ла әйтергә була: сатнаған һауытҡа берәй эҫе нәмә ҡойһағыҙ, ул ныҡлап ярылып китергә һәм эсендәге эҫе шыйыҡса түгелеүе ихтимал. Тимәк, дин күҙлегенән дә, хәүефһеҙлек йәһәтенән дә кителгән һауыттарҙы ҡулланырға ярамай. Ошо уҡ ҡағиҙә алама әйберҙәргә ҡағыла. Кейелмәгән кейемдәр, тотонолмаған балаҫтар, диван ябыуҙары саң йыйып ята икән, унда бактерия һәм микробтар күпләп үрсей тигән һүҙ. Был һеҙҙең һаулыҡҡа файҙа килтермәҫ.