Беҙгә кәрәк: 5-6 бешкән йомортҡа, 3 бешкән уртаса картуф, ҙур булмаған һуған, консервалағы балыҡ (“сардины” в масле), уртаса ҙурлыҡтағы бешкән кишер, 180-200 грамм ҡаты сыр, 100 грамм майонез, 2-3 тоҙло ҡыяр, тоҙ, борос.
1. Картуф һәм кишерҙе ҡырғыс аша үткәрәбеҙ. Консервалағы шыйыҡсаның әҙерәген түгәбеҙ ҙә, сәнскес ҡалаҡ менән иҙәбеҙ. Һуғанды һәм ҡыярҙы ваҡлап тураҡлайбыҙ.
2. Тәрилкәгә йоҡа ғына итеп картуфты йәйеп һалабыҙ, тоҙ, борос һипкәс, әҙ генә майонез яғабыҙ. Икенсе ҡат—һуған, өсөнсө ҡат—балыҡ, дүртенсе ҡат—кишер (тоҙ, борос онотмағыҙ), бишенсе ҡат—ҡыяр.
3. Бешкән йомортҡаны таҙалап, урталай бүләбеҙ. Һарыһын алып, майонез, тоҙ ҡушып иҙәбеҙ ҙә кире ағына тултырабыҙ һәм әйләндереп әҙер ҡаттар өҫтөнә һалабыҙ. Йомортҡа өҫтөнә йоҡа ғына итеп майонез һылайбыҙ. Иң өҫкө ҡатта ваҡ ҡырғыстан үткәрелгән сырҙы мул итеп һалабыҙ. Шулай итеп, ап-аҡ ҡар өйөмө әҙер. Үҙегеҙсә биҙәргә лә мөмкин.