Бөтә яңылыҡтар
Хужабикәгә
9 Декабрь 2019, 06:11

"Мандарин" өҫтәлде йәмләр

Хөрмәтле дуҫтар! "Йәмле табын" конкурсы хаҡында хәбәр иткәйнек инде. Әүҙемерәк булығыҙ! Ваҡыт бик аҙ ҡалды. Үҙегеҙ бешереп ҡараған берәй тәмлекәстең рецебын яҙығыҙ, шул тәмлекәсегеҙ менән фото төшөгөҙ (интернеттан алынмаған булыуын иҫбатлар өсөн) һәм конкурсҡа тәҡдим итегеҙ! Үҙегеҙ хаҡында ҡыҫҡаса белешмә яҙырға ла онотмағыҙ! Конкурс хаҡында тулыраҡ мәғлүмәтте түбәндәге яҙмала уҡығыҙ. https://vk.com/ataysalgazeta?w=wall-39548826_9051Еңеүселәргә Сибай ҡалаһындағы "Емеш-еләк донъяһы" магазинынан сертификат бирәбеҙ! Ашығығыҙ!Конкурсантыбыҙ Динара Йәрмөхәмәтова һеҙгә "Мандарин" турамаһын тәҡдим итә. Рецепт сайтта.

Был турманы (салатты) эшләү бик ябай. Ул байрам өҫтәленә йәм бирер.
-4 бешкән кишер (бәләкәй ҡырғыс аша)
-З йомортҡа (бәләкәй ҡырғыс аша)
-70 гр сыр(бәләкәй ҡырғыс аша)
-1 бешкән тауыҡ ите (филе, ваҡ итеп туралған )
-Тоҙло ҡыяр (мөмкин һалмаҫҡа)
-1 теш һарымһаҡ
-Әнис япрағы
-Майонез йәки ҡаймаҡ
-Тоҙ, борос
Динара Йәрмөхәмәтова.