АТАЙСАЛ
-13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хужабикәгә
23 Сентябрь 2019, 11:07

Ах, был еҫ…

Берәй нәмә бешергәндән һуң, духовкағыҙ һыуынғанға тиклем унда әфлисун ҡабығын һалып ҡуйһағыҙ...

Һәр кемдең өйөнөң, фатирының айырым бер еҫе була. Иғтибар иткәнегеҙ барҙыр. Кемдекенәндер тәмәке еҫе борҡой, икенселәрҙекен кофе йә яңы ғына мейестән сыҡҡан бәлеш еҫе баҫып алған. Бында икенсеһе яҡшыраҡ, шулай ҙа өй йәмәғәт туҡланыу урыны ла, склад та, гараж да түгел. Нимә эшләргә? Түбәндәге кәңәштәр, бәлки, ярҙамға килер.
1. Өйҙө, фатирҙы тәүлегенә өс тапҡыр елләтеп алырға. Бында бер яҡлы тәҙрә асыу ғына етмәй, сквозняк кәрәк.
2. Йоҡлар алдынан яҫтыҡҡа миләүшә (лаванда) майы тамыҙығыҙ. Түшәк еҫе лә сыҡмаҫ, яҡшы йоҡларһығыҙ ҙа.
3. Берәй кәсәгә һыу ҡойоп, лимон һуты тамыҙып, уны ваҡыты-ваҡыты менән микроволновкала өйрөлтөп алығыҙ.
4. Аш бүлмәһендә берәй нәмә көйһә, яман еҫ сыҡһа, ҡапҡасы ябылмаған кәстрәлдә литр ярым һыуға бер лимондың һутын өҫтәп, биш бөртәк ҡәнәфер орлоғо һалып ҡайнатығыҙ.
5. Берәй нәмә бешергәндән һуң, духовкағыҙ һыуынғанға тиклем унда әфлисун ҡабығын һалып ҡуйығыҙ.
6. Һыу торбаларын таҙалау өсөн сода, эре тоҙ һәм аш һеркәһен 1:1:2 нисбәтендә алып, шуны ҡойорға. 20-25 минуттан эҫе һыу менән йыуып төшөргә.
7. Һыуытҡыстағы еҫте бөтөрөү өсөн аш содаһын ҡулланығыҙ. Мәҫәлән, бер стакан содалы һыуҙы йә иһә тишекле пластик контейнерға соданың үҙен генә һалып һыуытҡысҡа ҡуйырға кәрәк. Уны өс айға бер алмаштырып торорға кәңәш ителә.
8. Һыу урынына үтеккә ынйы сәскәһе (ландыш) эссенцияһын ҡойорға була.
9. Кейемдәрегеҙ ятҡан кәштәлә әфилсун тышы, кофе бөртөктәре, дәрсен таяҡсаһы һалынған етен моҡсай ятһа, унан хуш еҫ бөркөлөр.
10. Балыҡ ятҡан һауытты аш һеркәһе менән сайығыҙ, ә балыҡ тотҡан ҡулдарҙа кофе бөртөктәрен ыуалағыҙ, алама еҫте бөтөрә.
Читайте нас: