Бөтә яңылыҡтар
Хужабикәгә
12 Сентябрь 2019, 16:35

Ҡабаҡтан “хәс бәшмәк кеүек” салаты

Ошо рецепт буйынса ҡышҡылыҡҡа маринадланған ҡабаҡтарҙы эшләп ҡарағыҙ. “Хәс бәшмәк кеүек”был ҡабаҡ салаты бик тәмле ҡабымлыҡ буласаҡ. Белмәгән кеше уны, ысынлап та, бәшмәктән эшләнгән тип уйлаясаҡ.

Ошо рецепт буйынса ҡышҡылыҡҡа маринадланған ҡабаҡтарҙы эшләп ҡарағыҙ. “Хәс бәшмәк кеүек”был ҡабаҡ салаты бик тәмле ҡабымлыҡ буласаҡ. Белмәгән кеше уны, ысынлап та, бәшмәктән эшләнгән тип уйлаясаҡ.
Бының өсөн кәрәк: ҡабаҡ-1,5 кг, әсе борос-1 бөртөк, әнис-0,25гр, петрушка-0,25 гр, һарымһаҡ-3-4 теш, үҫемлек майы-120 мл., аш һеркәһе 9%-120мл., шәкәр-3 ә, тоҙ-1 аш ҡалағы, ыуалған ҡара борос-1 сәй ҡалағы.
Әҙерләү ысулы: иң башта ҡабаҡтарҙы яҡшылап йыуырға һәм тышы менән бергә ныҡ нәҙек итмәй генә турарға. Уның өҫтөнә преслап баҫтырылған һарымһаҡ, тоҙ, борос, шәкәр, май ҡушып болғатырға. Артабан орлоҡтары алынып балдаҡлап ҡырҡылған әсе боросто, ваҡ итеп туралған әнис менән укропты һалып, аш һеркәһе ҡушып бутайбыҙ. 3 сәғәткә шул көйө ҡалдырып торабыҙ. Һуңынан маринадланған ҡабаҡтарҙы банкаларға тултырып, ҡапҡастарын һалып 7-8 минут стерилләгәндән һуң, ҡапҡастарын нығытып ябып, ныҡлап һыуынғанға тиклем түңкәреп ҡуябыҙ.