«Цитадель» атамаһы аҫтындағы хәрби операция 5 июлдә башлана. Фашист командованиеһы был һөжүмде «Германияның еңеүе өсөн һуңғы алыш» тип иҫәпләй. Гитлерсылар үҙҙәренең иң яҡшы танк дивизияларын әҙерләй. Һауанан уларға авиация эскадрильялары ярҙам итә.
Разведка мәғлүмәттәре буйынса совет командованиеһы дошмандың ниәттәре тураһында белә һәм уға лайыҡлы ҡаршылыҡ күрһәтә. Фашист армияһын тар-мар итеүҙә К.К.Рокоссовский, Н.Ф. Ватутин, В.Д. Соколовский, М.М.Попов, Р.Я.Малиновский һәм И.С.Конев етәкселегендәге Үҙәк, Воронеж, Көнбайыш, Брянск, Көньяҡ-Көнбайыш, шулай уҡ Дала (Резерв) фронттары ғәскәрҙәре ҡатнаша.
Фашист ғәскәрҙәренең һөжүме оҙаҡҡа бармай. Ҙур юғалтыуҙар менән дошман армияһы беҙҙең оборонаға 12 километрға, ҡайһы бер участкаларҙа 35 километрға ғына үтеп инә ала. Һуғыш көсөргәнешле, ҡан ҡойошло була. Уларҙың береһе тураһында маршал К.К. Рокоссовский былай тип һөйләй: «Бомбалар һәм снарядтар шартлауынан, ҡоралдар тауышынан ер тетрәне. Беҙҙең артиллеристар дошмандың танк һөжүмен сикһеҙ батырлыҡ менән кире ҡаҡты. Дошман машиналарын боҙолған металл өйөмдәренә әйләнде».
Мәскәү, Сталинград һәм башҡа участкаларҙағы алыштарҙағы кеүек үк, Совет яугирҙәре Курск дуғаһында ла батырлыҡ күрһәтә. Тап ошо алыштарҙа советтар Союзы Геройы осоусы-истребитель Алексей Маресьев үҙенең хәрби осоштарын башлай. Ике аяғын юғалтһа ла, ул яңынан осорға тотона. Курск дуғаһында үҙенең хәрби иҫәбен Иван Кожедуб аса һәм аҙаҡ өс тапҡыр Советтар Союзы Геройы тигән маҡтаулы исем ала.
Өс тапҡыр Советтар Союзы Геройы А.И.Покрышкин һауаға самолетын күтәргәндә эфирҙа фашистарҙың ҡурҡҡан тауыштары яңғырай: «Иғтибар! Иғтибар! Күктә Покрышкин!»
Һауа һуғыштарында А.Е.Голубов етәкселегендәге ике Тапҡыр Ҡыҙыл Байраҡлы 18-се гвардия истребитель авиация полкы осоусылары айырыуса батырлыҡ күрһәтә. Улар араһында «Нормандия-Неман» полкынан 15 француз ирекле осоусыһы була.
Бында Александр Матросовтың батырлығын ҡабатлау киң тарала. Чернушки ауылы өсөн алышта фашист дзотының амбразураһын күкрәге менән ҡаплап, үҙ ғүмерен биреүселәр була. Снарядтары бөткән артиллеристар гранаталарҙы үҙҙәренә бәйләп танкылар аҫтына ташлана. Мәҫәлән, граждандар һуғышында ҡатнашыусы оло йәштәге сержант Колесников фащист «тигр»ын шартлата. Высоцкий, Бережныйҙың совет танкистары, экипаждары яндырылғандан һуң, дошман танкыһына тура барып бәрелә.
Яҡташыбыҙ, Йылайыр иген совхозының Покровка бүлексәһе тракторсыһы Пименов Иван Тимофеевич артиллерия орудиеһы наводчигы була, ул яуҙа тиңһеҙ батырлыҡ күрһәтте. «Йылайыр йылъяҙмаһы. Легендар совхоз тарихы. Яҙмыш» китабында (авторҙары Ирек Бикмәтов, Зөлфиә Сафина) редакция ағзаһы Фәниә Ибраһимова уның батырлығын былай тип һүрәтләй: «Иван Пименовтың артиллерия часын ашығыс рәүештә тимер юл станцияһы янына оборона тотҡан пехотаға ярҙамға күсерәләр. 10 июлдә Курск өлкәһе Молотычи ауылында Иван Пименов дошмандың көслө ут аҫтында ерҙән һәм һауанан фашистарҙың танктарына ут аса. Һуғыш ҡыҙған мәлдә уның уң яңағы яралана. Бинт бәйләгәндән һуң ул йәнә ҡоралға тотона. Дошмандың һөжүмен кире ҡағалар, Иван тарафынан дүрт танк юҡ ителә.
22 июлдә һуғыштар Орел ерендә Тросна ауылы янында дауам итә. Ҡурҡыныс тауыш менән дошманға ауыр снарядтар оса, танкылар тынып ҡала. Иван тағы яралана. Был юлы ул ҡоралынан ситкә китмәй, сөнки йәнә танкылар килеп сыға. Дошман снаряды уның янына ҡолай. Пименов өсөнсө тапҡыр яралана. Ниндәйҙер билдәһеҙ көс уны күтәрелергә мәжбүр итә. Ул бар көсөн йыйып снарядтар менән һуңғы йәшниктәрҙе һәм танкыға ҡаршы гранаталар запасын алып килә. Һыҙланыуҙарға ҡарамай, үҙ эшен эшләй. Снарядтар бөткәс, танкыға ҡаршы гранаталарҙы ырғыта башлай. Танк төтәй. Әммә тағы берәү яҡынлаша. Көсһөҙләнгән, ҡанһыраған һалдат, күкрәгенә граната ҡыҫып, танк аҫтына ташлана. Көслө шартлауҙан ер тетрәй... күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн СССР Юғары Советы Президиумының 1943 йылдың 8 сентябрендәге Указы менән гвардия ҡыҙылармеецы Иван Тимофеевич Пименовҡа үлгәндән һуң Советтар Союзы Геройы исеме бирелә».
1989 йылда Урғаҙа ауылында Иван Пименовҡа һәйкәл асыла, «Целина» музейында уға экспозиция бағышлана. Уның исемен Йылайыр совхоз-техникумының Ленин орденлы махсус бригадаһы йөрөтә, ул геройҙың әсәһенә ярҙам фондына аҡса бүлә. Урындағы мәктәп Тросна ауылының Хәрби Дан музейы менән бәйләнеш булдыра, сөнки нәҡ уның янында уларҙың яҡташы батырҙарса һәләк булған. Геройҙың исеме Башҡортостандың Урал аръяғы ҡала-ауылдарындағы һәм Ульяновск өлкәһенең Урено Карлинское ауылындағы урамдарға бирелгән.
Курск дуғаһындағы ҡаты алыштарҙа беҙҙең яугир-яҡташтарыбыҙ күп һәләк була. Баймаҡ районының Бәхтигәрәй (Мансур) ауылында тыуған Ирғәлин Сәйәх Әхсән улы гвардия кесе сержанты була. Ул Көнбайыш фронттың 11-се гвардия армияһы 36-сы гвардия уҡсылар корпусы 18-се гвардия уҡсылар дивизияһы 51-се гвардия уҡсылар полкы уҡсыһы булараҡ яу үтә. 1943 йылдың 15 июлендә һәләк була, Орел (хәҙерге Калуга) өлкәһе Ульяновск районы Сорокино ауылы янында ерләнә. Атаһы Ирғәлин Әхсән 1947 йылда Баймаҡ районының Күлйортау ҡасабаһына күсеп килә.
Йылайыр совхозының Сосновка бүлексәһе комбайнеры Мочалкин Кузьма Аверьянович—кесе лейтенант, үҙәк фронттың 70-се армияһы 175-се Урал уҡсылар дивизияһы 277-се уҡсылар полкының 2-се уҡсылар ротаһы взводы командиры. 1943 йылда һәләк була, Орел (хәҙерге Калуга) өлкәһе Никольское ауылы янында ерләнә. ҡатыны Мочалкина Мария Гавриловна Баймаҡ ҡалаһында йәшәгән.
Баймаҡ районының Ибраһим (Күктүбә) ауылында тыуған Мостафин Сәләх Мәхмүт улы—Брянск фронтының 2-се гвардия кавалерия корпусы 20-се кавалерия дивизияһы 22-се гвардия кавалерия полкының гвардия рядовойы. 1943 йылдың 13 сентябрендә һәләк була, Орел өлкәһенең Рычково ауылы янында ерләнә. Үлгәндән һуң II дәрәжә Ватан һуғышы ордены менән бүләкләнгән (10.08.1944 й.). Баймаҡ районы Баймырҙа ауылынан Раҡаев Абдулла Шаһимгәрәй улы—рядовой, Көнбайыш фронттың 49-сы армияһы 62-се уҡсылар корпусы 344-се уҡсылар дивизияһы 1154-се уҡсылар полкы уҡсыһы. 1943 йылдың 2 сентябрендә яраларынан вафат була, Смоленск (хәҙерге Калуга) өлкәһе Спас-Деменский районы Дупельно ауылы зыяратында ерләнә. Раҡаевтың ҡатыны Нурия Баймырҙа ауылында йәшәй.
12 июль ваҡиғалар үҫешендә боролош көнө була. Был көндө Прохоровка янында Курск алышының кульминацияһы—билдәле танк алышы була. Һуғышта ике яҡтан 1200 танк һәм үҙйөрөшлө артиллерия ҡоролмалары ҡатнаша. Был тиңһеҙ танк алышы булып тархихҡа инә. Һуғыш яланы өҫтөндәге төтөн һәм ут 34 километр бейеклеккә етә. Һуғыш көнөндә гитлер ғәскәрҙәре 350-нән ашыу танкыһын һәм 10 меңдән ашыу һалдатын һәм офицерын юғалта.
Был ҡот осҡос алышта гитлер армияһы башлыҡтары еңелеүҙәрен аңлай. Гитлер генералдары быға тиклемге һуғыштарҙа ҡаты ҡышҡа һылтанып аҡланһа, Курск янындағы алыш йәй бара. Әммә был миҙгелдәге алыш та улар өсөн фажиғәле тамамлана.
Ҡыҙыл Армия тәүәккәл һөжүмгә күсә. 1943 йылдың 5 авгусында тыуған илебеҙҙең баш ҡалаһы Мәскәү беренсе тапҡыр Орел һәм Белгородты азат иткән совет яугирҙәренә салют бирә. 23 августа Харьков азат ителә.
Ирек Бикметов.