Бөтә яңылыҡтар
Иҫтәлекле даталар
11 Июнь 2025, 10:15

Тарихи-мәҙәни үҙәк булырға тейеш

Билдәле булыуынса, Икенсе Этҡол ауылы эргәһендә Хәмит утары янында 1910 йылда Мөхәмәтша Буранғолов ошо төбәктең атаҡлы сәсәндәре: Икенсе Этҡолдан Хәмит Әлмөхәмәтов һәм Иҙрис ауылынан Ғәбит Арғынбаевтарҙан мәшһүр «Урал батыр» эпосын яҙып ала. Тап ошо урында «Урал батыр» эпосы көнөнә арнап һәм әҫәрҙең Баймаҡ ерлегендә яҙып алыныуына 115 йыл тулыуы айҡанлы «Урал батыр» эпосының әҙәби визиткаһы» исемле ҙур сара үтте. Уны Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһы хеҙмәткәрҙәре ойошторҙо. Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы тәҡдиме менән ойошторолған сарала дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре, урындағы ауыл биләмәһе хакимиәте, мәғариф, мәҙәниәт өлкәләре вәкилдәре, мәктәп уҡыусылары ҡатнашты.

Тарихи-мәҙәни үҙәк булырға тейеш
Тарихи-мәҙәни үҙәк булырға тейеш

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың Бойороғона ярашлы, 8 июндә Башҡортостанда тәүге тапҡыр «Урал батыр» эпосы көнө билдәләнәсәк. Был көн башҡорт халыҡ эпосын һаҡлау, үҫтереү һәм популярлаштырыу маҡсатында булдырылған. «Урал батыр» эпосы Башҡортостандың ете мөғжизәһенең береһе булып тора, ТӨРКСОЙ-ҙың матди булмаған мәҙәни мираҫы исемлегенә индерелгән, ЮНЕСКО-ның «Кешелектең ауыҙ-тел һәм матди булмаған мираҫы шедеврҙары» исемлегенә индереүгә кандидат булып тора.

Билдәле булыуынса, Икенсе Этҡол ауылы эргәһендә Хәмит утары янында 1910 йылда Мөхәмәтша Буранғолов ошо төбәктең атаҡлы сәсәндәре: Икенсе Этҡолдан Хәмит Әлмөхәмәтов һәм Иҙрис ауылынан Ғәбит Арғынбаевтарҙан мәшһүр «Урал батыр» эпосын яҙып ала.

Тап ошо урында «Урал батыр» эпосы көнөнә арнап һәм әҫәрҙең Баймаҡ ерлегендә яҙып алыныуына 115 йыл тулыуы айҡанлы «Урал батыр» эпосының әҙәби визиткаһы» исемле ҙур сара үтте. Уны Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһы хеҙмәткәрҙәре ойошторҙо. Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы тәҡдиме менән ойошторолған сарала дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре, урындағы ауыл биләмәһе хакимиәте, мәғариф, мәҙәниәт өлкәләре вәкилдәре, мәктәп уҡыусылары ҡатнашты.

Сарала билдәле дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайы рәйесе урынбаҫары Илшат Тажетдинов, Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Азамат Мөхәмәтшин, билдәле йырсы һәм музыкант, «Башҡорт аты» гимны авторы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәмил Туйсин, тарихсы Мораҙым Хәлилов, Икенсе Этҡол мәктәбе директоры Гөлйемеш Ишмырҙина, Көнһылыу Сөләймәнова етәкселегендәге «Ағинәйҙәр» ойошмаһы ағзалары сығыш яһаны. Мәктәп уҡыусылары мәшһүр эпосты яттан һөйләп ишеттерҙе.

Илнур Аслаев етәкселегендәге район ҡурайсылар ансамбле башҡарыуында халҡыбыҙҙың һәм Баймаҡ төбәгенең гимны--«Урал» һәм «Күк Ирәндек буйында» көйҙәре һәр кемгә халҡыбыҙ өсөн ғорурлыҡ тойғоһо өҫтәне.

«Урал батыр» эпосы яҙып алынған урын киләсәктә тарихи-мәҙәни үҙәк булырға тейеш--сарала ҡатнашыусылар ошондай фекергә килде һәм тиҙҙән бында үҙенсәлекле проекттарҙы тормошҡа ашырыу башланасаҡ. Бөтә донъяға билдәле эпосыбыҙ бындай баһаға лайыҡ.

Автор: Гульдар Кадаева
Читайте нас