27 ғинуар – Рәсәйҙең хәрби дан көнө. 80 йыл элек был көндө Ленинград блокадаһы тамамлана. Бөйөк Ватан һуғышы тарихында тәрән эҙ ҡалдырған был ҡамалыш ваҡытында Ленинградта йәшәүселәргә лә, ҡаланы һаҡлаусы һуғышсыларға ла ауыр һынауҙар аша уҙырға тура килгән. Ошо дата айҡанлы уҡыусыларға ауыр һуғыш йылдары, Ленинград блокадаһы ваҡиғалары менән таныштырыу, икмәккә хөрмәт һәм тыуған илгә һөйөү тәрбиәләү маҡсатында “Ленинград блокадаһы…” исемле патриотик тәрбиә сәғәте үтте. Был дәрескә Айгөл Сөләймән ҡыҙы саҡырылды, уҡыусыларға Әнғәм Атнабаевтың " Ҡара икмәк" шиғырын һөйләп ишеттерҙе. Уҡыусыларҙы Рәсәй тарихында оҙаҡҡа һуҙылған һәм иң фажиғәле ваҡиға – Ленинград блокадаһына эләккәндәрҙең әсе яҙмышы менән таныштырғандан һуң, уларҙың иғтибарына “900 көн” исемле фильмды ҡарарға тәҡдим ителде.
Ҡаратал ауылы китапханасыһы.