Бөтә яңылыҡтар
Иҫтәлекле даталар
23 Июнь 2023, 12:08

Милли батырыбыҙҙы иҫкә алдыҡ

Сибай ҡалаһы йәмәғәтселеге милли батырыбыҙ Салауат Юлаевтың тыуыуына - 269 йыл тулыу уңайынан уның һәйкәленә сәскәләр һалды һәм иҫкә алды. Сарала ҡала хакимиәте башлығы Азамат Юлдашбаев ҡатнашты.

Салауат Юлаевтың тыуған көнөндә уны иҫкә алырға һәм һынына сәскә һалырға Сибай башҡорттары ҡоролтайы, ҡала хакимиәте вәкилдәре, почетлы граждандар, ҡунаҡтар йыйылды. Тарихсылар уның хаҡында ялҡынлы телмәр тотто, ижади коллективтар милли батырбыҙға арнап йырҙар йырланы, балалар, йәштәр уның шиғырҙарын яттан һөйләне.

1754 йылдың 16 июнендә хәҙерге Салауат районының Тәкәй ауылында тыуған. 1774 йыл башында Пермь провинцияһының көньяғында һәм Өфө провинцияһының төньяғында Салауат Юлаев ихтилал етәкселәренең береһе була. Уның ғәскәрендә 4 меңдән ашыу төрлө милләттәге кеше була, Салауаттың поход канцелярияһы ихтилалсылар биләгән төбәктәрҙә мөһим хәрби һәм граждандар идараһы органы булып торған.

Башҡорт халҡын яуға күтәреүсе Салауат Юлаев, атаһы Юлай Аҙналин менән бергә 1775 йылдың 2 ноябрендә мәңгелеккә һөргөнгә ебәрелә. Салауат Юлаев 1800 йылдың 8 октябрендә һөргөндә Балтик диңгеҙе буйындағы Рогервик ҡәлғәһендә (хәҙерге Эстонияның Палдиски ҡалаһы) вафат була.

Автор:ГУЛЬДАР КАДАЕВА
Читайте нас: