Бөтә яңылыҡтар
Иҫтәлекле даталар
5 Июнь 2023, 11:35

Бергә, бергә - ғүмергә!

Хәйбулла районының Әбүбәкер ауылында айыҡ никахтар, айыҡ юбилейҙар даими уҙа. Ошо көндәрҙә ауылдың хөрмәтле ғаиләләренең береһе Сания һәм Рәфҡәт Әлибаевтар үҙәренең матур ғаилә байрамдарын билдәләп үтте. Уларҙың бергә иңгә - иң терәп йәшәүҙәренә 55 йыл.

55 йыл бергә йәшәү өсөн кешеләргә күпме сабырлыҡ, түҙемлек, аҡыл, өмөт, ышаныс кәрәк. Әлибаевтар барыһын да - ҡыуаныс -шатлығын да, ҡайғы - хәсрәтен дә бергә күтәреп, оло тормош юлы үтеп, әлеге көндә ҡәҙерле атай, әсәй, яратҡан картатай, өләсәй булып ғүмер кисерә. Күптәргә үрнәк булған матур ғаиләне ҡотларға Федоровка ауыл биләмәһе башлығы Наталья Лебедева, ветерандар советы рәйесе Наил Исламғолов һәм мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре килде.
Әлибаевтарҙы күркәм ғаилә байрамы менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ. Иҫәнлек, һаулыҡ, тигеҙ ҡартлыҡ теләйбеҙ.
Балаларығыҙҙың, туғандарығыҙҙың ҡәҙер - хөрмәтенә төрөнөп, киләсәктә лә бер - берегеҙгә терәк булып, кәрәк булып йәшәгеҙ!

Автор:ГУЛЬДАР КАДАЕВА
Читайте нас: