Бөтә яңылыҡтар
Иҫтәлекле даталар
7 Март 2023, 13:35

Тәжрибә уртаҡлашҡандан арта

2-5 мартта Үзбәкстан Республикаһы менән мәғариф өлкәһендә халыҡ-ара хеҙмәттәшлекте киңәйтеү, шулай уҡ Президент агентлыҡтары мәғариф учреждениеларының эш тәжрибәһен өйрәнеү маҡсатында Башҡортостан Республикаһы делегацияһы Үзбәкстанда булып ҡайтты.Башҡортостан Республикаһының мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин етәкләгән делегация составына БР-ҙың Мәғарифты үҫтереү институтының фән һәм инновацион эштәр буйынса проректоры Ю.К. Аҡсулпанов, Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәтенең мәғариф идаралығы начальнигы А.Р. Батыршин, БР Мәғариф һәм фән министрлығының милли мәғариф идаралығы начальнигы И.Ф.Ҡаһарманов, Сибай гимназия-интернаты директоры Роза Бикбова һәм башҡа мәғариф учреждениелары директорҙары, педагогтар инде.Башҡортостан вәкилдәре Ташкент ҡалаһының Әл-Хорезми исемендәге махсуслаштырылған информацион технологиялар һәм Наманган ҡалаһының 7-се дөйөм белем биреү мәктәптәре эшмәкәрлеге менән яҡындан танышты.

Тәжрибә уртаҡлашҡандан арта
Тәжрибә уртаҡлашҡандан арта

💫Эш визиты барышында Үзбәкстан Республикаһының мәктәпкәсә һәм мәктәп белеме мәғариф министрлығы етәкселеге, Үзбәкстандың Милләт-ара мөнәсәбәттәр һәм сит илдәр менән дуҫлыҡ бәйләнештәре комитеты рәйесе Рөстәмбәк Ҡорбанов, Зәки Вәлиди исемендәге Башҡорт мәҙәни-йәмәғәт үҙәге етәксеһе Ринат Гуляев һәм йәмәғәтселәр менән берлектә осрашыуҙар уҙғарылды.
✨Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин тел, мәҙәниәт һәм башҡорт халҡының традицияларын үҫтереүҙә бар мөмкинлектәр булдырылыуын һыҙыҡ өҫтөнә алып, Үзбәкстан етәкселегенә рәхмәт белдерҙе һәм башҡорт телен уҡытыуға әсбаптар һәм нәфис әҙәбиәт бүләк итте. Осрашыу һуңында башҡорт мәҙәни-йәмәғәт үҙәге ағзаларына, башҡорт диаспораһының әүҙем вәкилдәренә маҡтау ҡағыҙҙары тапшырылды.
💫Делегация ағзалары райондың 22-се һанлы мәктәбенең алдынғы тәжрибәһе һәм клубтарҙың эшмәкәрлеге менән танышты. Бында иһә яҡташтарыбыҙ уҡыусыларҙың сит тел һәм профессия буйынса белем алыуҙы юғары баһаланы.
#Сибайгимназияинтернаты #гбоусги #монрб #министерствообразованиярб

Тәжрибә уртаҡлашҡандан арта
Тәжрибә уртаҡлашҡандан арта
Автор:Гульдар Кадаева