Бөтә яңылыҡтар
Иҫтәлекле даталар
17 Февраль 2022, 23:10

Афған яраһы

Бынан 33 йыл элек Афған еренән Совет ғәскәрҙәре сығарылды. Был дата календарҙа яугир-интернационалистарҙы иҫкә алыу көнө булараҡ билдәләнә. Сибайҙа ла патриотик рухтағы төрлө саралар үтте.

Афған яраһы
Афған яраһы

1978 йылдың 27 апрелендә Афғанстанда Саур революцияһы башлана, власҡа халыҡ демократия партияһы килә. Күп тә үтмәй ҡораллы ығы-зығылар йышая, граждандар һуғышы ҡуба. Ил етәкселеге СССР Хөкүмәтенә ярҙам һорап мөрәжәғәт итә. 1979 йылдың  декабрендә Политбюро ултырышында совет ғәскәрҙәрен Афғанстанға индереү тураһында ҡарар ҡабул ителә.1980 йыл башына 50 мең совет һалдаты һәм офицерҙары ил сиген үтә. Совет ғәскәрҙәре Афғанстандың хөкүмәт ғәскәрҙәре менән берлектә 400-ҙән ашыу ҙур масштаблы операцияла ҡатнаша. Афған һуғышына Сибай ҡалаһынан 151 яугир булған, берәү үлгән, 36 кеше батырлығы өсөн төрлө наградалар алған.

Афғанстандан Совет ғәскәрҙәре сығарылыу көнө уңайынан йыл һайын йәмәғәтселек, хәрбиҙәр, локаль һуғыштар ветерандары, ҡала хакимиәте вәкилдәре, ҡала учреждениелары етәкселерәе, йәштәр яуҙа баштарын һалған яҡташтарыбыҙҙы ололап иҫкә ала. Был юлы ойошторолған митингта ла йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашҡан ир-егеттәргә Почет грамоталары, Рәхмәт хаттары тапшырылды. Утлы ғәрәсәттән иҫән-һау ҡалған яугирҙәр ул мәлде хәтерләргә яратмай. Шулай ҙа киләсәк быуынға тарих боҙолмай барып етһен өсөн ҡаланың “Барыҫ” яугир-интернационалистар йәмәғәт ойошмаһы Сибайҙа йәшәгән хәрбиҙәр тураһында китап сығарыу кәрәклеген белдерҙе. Был башланғысты ҡаланың тарих-крайҙы өйрәнең хеҙмәткәрҙәре хупланы.

СССР ғәскәрҙәре Афған биләмәһендә 9 йылдан ашыу була. Ҡот осҡос һуғыш бик күп юғалтыуҙар килтерә: 15 меңдән ашыу совет һалдаты һәләк була, 50 меңдән ашыуы йәрәхәтләнә, күптәре ғәрип булып ҡала. 500-гә яҡыны әсирлеккә алына. 1989 йылдың 15 февралендә Совет ғәскәрҙәре Афғанстандан сығарыла.

Ә локаль хәрби бәрелештәрҙә Башҡортостандан 668 яугир һәләк була.

 

 

Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас: