АТАЙСАЛ
+12 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҫтәлекле даталар
15 Февраль 2022, 16:10

Ижады үлемһеҙ

Республикала Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың тыуыуына 90 йыл тулыуына арналған бик күп саралар үтте. Сибайҙар ҙа үлемһеҙ ижады менән халыҡ хәтеренә уйылған бөйөк шағирыбыҙҙы ҡәҙерләп иҫкә алды.

Ижады үлемһеҙ
Ижады үлемһеҙ

Ҡалала Рәми Ғариповҡа арналған саралар сәнғәт колледжында онлайн-конференциянан башланды. Унда уҡыу йорто етәкселеге, шағирҙың класташы, Советтар Союзы Геройы Ҡәйүм Әхмәтшиндың ҡыҙы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы Флүрә Аралбаева, урындағы гәзит хәбәрселәре дистанцион рәүештә мәҙәниәт бүлеге хеҙмәткәрҙәре, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзалары, йәмәғәтселек менән аралашты. Флүрә Аралбаева Рәми класташы тураһында тик йылы хәтирәләр һаҡлай, ул сараға бик күп фотолар, иҫтәлектәр алып килгән. Конференцияла ҡатнашыусылар бөйөк шәхсебеҙҙе шағир булараҡ ҡына түгел, тәржемәсе, хәбәрсе булараҡ та хеҙмәттәренә, ижадына туҡталды.

Артабан кәңәшмәлә ҡатнашыусылар Рәми Ғариповтың бюсына сәскә һалыу өсөн БДУ-ның Сибай институтына юлланды.

 

Филология фәндәр кандидаты Гөлкәй Сәмирханова шағирҙың ижад һәм тормош юлына байҡау яһаны. Институт етәкселеге уҡыу йортонда башҡорт халҡының арҙаҡлы шәхестәренең исемдәрен мәңгеләштереү уйынса эҙмә-эҙлекле эш алып барылыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Әйткәндәй, 2008 йылда Сибай институты алдында республикала тәүгеләрҙән булып Рәми Ғариповҡа бюст ҡуйыла.

 

Институтта Рәми Ғариповтың тормошо һәм ижады буйынса асыҡ дәрес тә үткәрелде.1-5 курс студенттарының дөйөм асыҡ дәресендә Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Зифа Баязитова ҡатнашты. Зифа Ғаяз ҡыҙы шағир менән булған осрашыуҙағы иҫтәлектәре менән бүлеште, Наил Ғәйетбаевтың “Төн” әҫәрендә Рәми Ғарипов образын тыуҙырыу тураһында һөйләне.Бынан тыш уҡыу йортонда китаптар күргәҙмәһе ойошторолдо, уҡытыусылар һәм хеҙмәткәрҙәр араһында “Рәми Ғариповты уҡыйбыҙ” флешмобына ҡушылды.

Ижады үлемһеҙ
Ижады үлемһеҙ
Автор:Гульдар Кадаева