АТАЙСАЛ
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҫтәлекле даталар
14 Ғинуар 2022, 10:00

Йәшәгеҙ әле гөрләшеп пар күгәрсен шикелле

Сибай ҡалаһының ЗАГС бүлегендә 2021 йылда алтын туйҙарын билдәләүсе Рим һәм Валентина Дауытовтар, Владимир һәм Татьяна Ипатовтар, Николай һәм Надежда Калининдар, Василий һәм Галина Кожевниковтар, Александр һәм Валентина Кутлиндар, Александр һәм Антонида Плис, Тәлғәт һәм Фәүзиә Солтановтар, Федор һәм Зоя Хачиндар, Петр һәм Людмила Чильдиновтар республикабыҙ Башлығы Радий Хәбировтың ҡотлауын һәи иҫтәлекле бүләген алып ҡыуанды. Матур парҙар араһында беҙҙең гәзитебеҙҙең әүҙем дуҫы, Башҡортостандың атҡаҙанған табибы Тәлғәт Әхтәм улы һәм уның хәләл ефете Фәүзиә Әхмәт ҡыҙы Солтановтарҙың булыуы һөйөнөслө.

Йәшәгеҙ әле гөрләшеп пар күгәрсен шикелле
Йәшәгеҙ әле гөрләшеп пар күгәрсен шикелле

 

--Алтын туйҙарын билдәләүселәрҙе ҡайнар ҡотлайбыҙ! Һеҙ йәштәргә тоғролоҡ, мөхәббәт өлгөһө! Артабан да тигеҙ, татыу йәшәгеҙ! – тине юбилярҙарҙы ҡотлап ЗАГС бүлеге начальнигы Айгөл Бохарбаева.

Быйыл бергә йәшәүҙәренә 50,60,70 һәм 75 йыл тулған ғаилә парҙарына ЗАГС бүлегенең 8-34775-5-93-57 телефон һанына шылтыратырға кәрәк (шишәмбенән алып шәмбегәсә).

Йәшәгеҙ әле гөрләшеп пар күгәрсен шикелле
Йәшәгеҙ әле гөрләшеп пар күгәрсен шикелле
Йәшәгеҙ әле гөрләшеп пар күгәрсен шикелле
Йәшәгеҙ әле гөрләшеп пар күгәрсен шикелле
Йәшәгеҙ әле гөрләшеп пар күгәрсен шикелле
Йәшәгеҙ әле гөрләшеп пар күгәрсен шикелле
Йәшәгеҙ әле гөрләшеп пар күгәрсен шикелле
Автор:Гульдар Кадаева