Сараны Сибай башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты музей етәкселеге менән берлектә уҙғарҙы. Түңәрәк өҫтәл артындағы һөйләшеүҙә педагогик хеҙмәт ветерандары, крайҙы өйрәнеүселәр, уҡыу йорттары студенттары һәм мәктәп уҡыусылары ҡатнашты. Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейы уҡыусылары моңло итеп ҡурайҙа уйнаны, Мифтахетдин аҡмулланың, рәми Ғариповтың шиғырҙарын яттан һөйләне.
Балалар баҡсалары мөдирҙәре мәктәпкәсә йәштәге учреждениеларҙа башҡорт телен өйрәтеүҙе популярлаштырыу һәм уны уҡытыу алымдарын һаҡлап ҡалыу мәсьәләһен күтәрҙе. Түңәрәк өҫтәлдә шулай уҡ милли матбуғат, телде цирфлаштырыу кеүек мөһим темалар ҙа тикшерелде. Тел бөтһә халыҡ та бөтә. Халыҡты бар иткән туған телгә һөйөү тәрбиәләү ғаиләнән башлана. Үҙ телебеҙҙә рәхәтләнеп һөйләшәйек, йырлайыҡ, телебеҙҙе данлайыҡ.