Бөтә яңылыҡтар
Иҫтәлекле даталар
7 Декабрь 2021, 08:30

БАШҠОРТ ТЕЛЕ КӨНӨНӘ АРНАЛА

Марафонға старт бөгөн, йәғни 7 декабрҙә бирелә. Артабан ете көн дауамында ете төшөнсәнең асылы, мәғәнәһе яҡтыртыла барасаҡ һәм Башҡорт теле көнөнә тиклем дауам итәсәк. Һәр көн бер төшөнсәгә бағышланасаҡ ( 7 декабрҙә –«Башҡорт теле – иманлы тел», 8 декабрҙә – «Башҡорт теле – күңелем көҙгөһө», 9 декабрҙә – «Башҡорт теле – аҡыл теле», 10 декабрҙә – «Башҡорт теле – шөкөр тел», 11 декабрҙә – «Башҡорт теле – әҙәпле тел», 12 декабрҙә «Башҡорт теле – сабырлыҡ теле», 13 декабрҙә – «Башҡорт теле – ихлас тел»).

БАШҠОРТ ТЕЛЕ КӨНӨНӘ АРНАЛА
БАШҠОРТ ТЕЛЕ КӨНӨНӘ АРНАЛА

Башҡорт теле көнө һәм бөйөк мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулланың тыуыуына 190 йыл тулыу айҡанлы, республикала бихисап ҡыҙыҡлы һәм йөкмәткеле саралар үтәсәк.

14 декабрҙә, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың Указына ярашлы, Башҡорт теле көнө һәм бөйөк мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулланың тыуыуына 190 йыл тулыу билдәләнәсәк. Ошо айҡанлы, иҫтәлекле даталарға арналған ҡыҙыҡлы һәм йөкмәткеле саралар бер йүнәлешле буласаҡ - “Ете аҙым” концепцияһына берләштереләсәк, бөйөк Аҡмулланың “Нәсихәттәрен”дә билдәләнгән ете рухи ҡиммәткә таянып тормошҡа ашырыласаҡ. 

Марафонға старт 7 декабрҙә бирелә. Артабан ете көн дауамында ете төшөнсәнең асылы, мәғәнәһе яҡтыртыла барасаҡ һәм Башҡорт теле көнөнә тиклем дауам итәсәк. Һәр көн бер төшөнсәгә бағышланасаҡ ( 7 декабрҙә –«Башҡорт теле – иманлы тел», 8 декабрҙә – «Башҡорт теле – күңелем көҙгөһө», 9 декабрҙә – «Башҡорт теле – аҡыл теле», 10 декабрҙә – «Башҡорт теле – шөкөр тел», 11 декабрҙә – «Башҡорт теле – әҙәпле тел», 12 декабрҙә «Башҡорт теле – сабырлыҡ теле», 13 декабрҙә – «Башҡорт теле – ихлас тел»).

Ошо ете көн эсендә бик күп мәғәнәле, матур саралар уҙасаҡ: “Без башкортлар” башҡорт рок-башҡарыусылары кисәһе, “М. Аҡмулланың аҡ юлы” әҙәби кисәһе, йәштәр өсөн "Йомробаш” интеллектуаль уйыны, Башҡоhтостандың милли инновациялы мәктәптәре етәкселәре форумы, “Телгә бәйле... ” старт-сессияһы...

Унан тыш, Ғафури районыныда  Жәлил Кейекбаевҡа бюст асыласаҡ, “Дан юлдар үткән уҙамандар” темаһына түңәрәк өҫтәл ойоштороласаҡ. Башҡортостан Башлығы грантына “Кубоктар лигаһы” КВН финалы, “Әсәм теле - сәсән теле” шиғри бәйгеһе үтәсәк.

Тағы ла сағыу саралар иҫәбенә М. Аҡмулланың тыуыуына 190 йыл тулыуға бағышланған байрам концерты инә, Миәкә районы хакимиәте башлығы мәғрифәтсе исемендәге премиялар тапшырасаҡ. 14 декабрҙә М. Аҡмулланың һәйкәленә сәскә һаласаҡтар, стипендиаттарға махсус премиялар тапшырасаҡтар. Уҡыусылар өсөн башҡорт теленән берҙәм онлайн-дәрес үтәсәк.

“Тамға” башҡорт милли кейеме оҫталарының халыҡ-ара конкурсы, “Башҡорт теле – яңы ҡараш” башҡорт телен популярлаштырыу һәм үҫтереү проектарын презентациялау, “Ритайым” йәштәр сараһы ойоштороласаҡ, һәр районда тематик саралар уҙасаҡ.

Белем биреү ойошмаларында ла бер йүнәлешле саралар үткәреү ҡаралған (башҡорт телендә радио, телевидение  көнө, Аҡмулла шиғырҙарын башҡортса һәм “Akmullaworldchallenge” сит телдәрҙә уҡыу видеомарафоны, башҡорт теле буйынса  этноквиз, “Бикбай уҡыуҙары” төбәк-ара конкурсы һәм башҡалар).

Фото: ukrtb.ru

Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Автор:Резеда Валиева
Читайте нас: