Сибай ҡалаһының тарих-крайҙы өйрәнеү музейында «Шайморатовсылар – легендар 112-се кавалерия дивизияһы яугирҙәре» китабының исем туйы үтте.
Сара 112-се атлы дивизия һәм уның арҙаҡлы генералы хаҡында видео ҡарауҙан башланды. 2019 йылда Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты данлыҡлы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙәренең тулы исемлеген
китап сығарыу буйынса тәҡдим яһай. Ошо маҡсатта “Шайморатовсылар – Шайморатов вариҫтары” күләмле проекты иғлан ителә.
Ниһайәт, "Шайморатовсылар – легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙәре" китабы донъя күрҙе һәм уны туплауҙа ярҙам иткән Шайморатов вариҫтарына рәхмәт белдереү теләге менән йыйынтыҡты бүләк итеү ҡаралған. Республика буйынса бындай өс майҙансыҡ - Өфө, Сибай һәм Ҡырмыҫҡалы районы һайлап алынған.
Китаптың исем туйында проекттың координаторы һәм инициаторы, Башҡортостан Милли архивының бүлек начальнигы Азат Ярмуллин, проекттың координаторы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Аппаратының баш белгесе Гөлназ Аҡназарова һәм башҡа мәртәбәле ҡунаҡтар ҡатнашты.
Белешмә-китап – Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы менән “Башҡорт энциклопедияһы” ғилми нәшриәтенең уртаҡ хеҙмәт емеше. Унда Башҡортостанда тыуған йәки Ҡыҙыл Армияға Башҡорт АССР-ынан саҡырылған яугирҙәрҙең биографияһы бирелә. Китапҡа 2700-гә биографик белешмә, 200-ҙән ашыу фотоһүрәт тупланған. 500 дана менән баҫылған.
Иң әһәмиәтлеһе шунда: сарала ошо яуҙы үткән, легендар Миңлеғәле Шайморатов менән бергә һуғышҡан яугирҙәрҙең балалары һәм ейән-ейәнсәрҙәре, туғандары булды. Улар китапҡа үҙҙәренең атай-олатайҙары тураһында бик бай мәғлүмәт туплауҙа ярҙам иткән. Мәҫәлән, Сибай ҡалаһынан Фирҙәүес Ибраһимова, Баймаҡтан Юлай Ҡунаҡҡилдин, Хәйбулла районынан Люция Таулыҡаевалар аталары тураһындағы йылы иҫтәлектәре менән уртаҡлашты.
Әйткәндәй, был проект әле лә дауам итә. Әгәр ҙә кемдер ниндәйҙер сәбәп менән туғандары хаҡында иҫтәлектәре меннә уртаҡлаша алмаған йәиһә фотоларын бирмәгән, уларға борсолорға кәрәкмәй. Китаптың координаторҙарына яҙып ебәрергә мөмкин, шулай уҡ теләүсе һәр кем был йыйынтыҡ менән уның социаль селтәрҙә электрон форматта сыҡҡан белешмәһе менән таныша ала.