Бөтә яңылыҡтар

Ҡыҙҙар ҡайтты ауылға

Хәйбулла районы Әбеш ауылының дәртле халҡы ситтә йәшәгән ҡыҙҙарын ҡунаҡҡа саҡырып ҡыуандырҙы.

Хәйбулла районы Әбеш ауылының дәртле халҡы ситтә йәшәгән ҡыҙҙарын ҡунаҡҡа саҡырып ҡыуандырҙы. Байрамса биҙәлгән ауыл урамдары шат тауыштарға күмелде. Был сарала Башҡортостандың төрлө төбәктәрендә йәшәп, оҙаҡ йылдар бер-береһе менән осраша алмаған оло апайҙар, әхирәттәр, һеңлеләр күреште. Йыр-моң, дәртле бейеүҙәр менән үрелеп барған байрамға оло йәштәге инәй-өләсәйҙәр ҙә, еңгәйҙәр ҙә, ситкә китмәй ауылда ҡалып, бынамын итеп донъя көтөп ятҡан ҡыҙҙар ҙа, ауылды төйәк иткән килендәр ҙә талпынып килде. Осрашыуҙар, аралашыуҙар, бала саҡ, йәшлек хәтирәләре менән үрелеп барҙы был байрам. Быуындар бәйләнешен нығытыуға йүнәлтелгән сара һәр кемдең дә күңеленә хуш килде. "Ҡыҙҙар ҡайтты ауылға" хәтирәләргә генә сумдырманы, уға әҙерлек барышында урам, йорт тирәләре төҙөкләндерелде. Сара барышында ауылдың иң йәш, иң оло, иң әүҙем гүзәл заттары билдәләнде. Был сараны районда күләмле, юғары кимәлдә тап әбештәр башлап ебәрҙе. Артабан ул Әбеш ауыл биләмәһенең башҡа ауылдарында, һәм шулай уҡ Мәмбәт, Иҫәнгилде ауылдарында үтәсәк.
Мәғлүмәт һәм фотолар бәйләнештәге мәҙәниәт сәхифәһенән алынды.
Читайте нас: