--Баҡыйлыҡҡа күскән ата-бабаларыбыҙҙы, атай-әсәйҙәребеҙҙе, яҡындарыбыҙҙы хөрмәтләп, иҫкә алырға, уларҙың мәңгелек төйәген тәртиптә тоторға тейешбеҙ,--тип яҙҙы үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Йылайыр районы хакимиәте башлығы Борис Мелкоедов.—Төбәктең 60 зыяратында төҙөкләндереү эштәре йәйелдерелде. Өмәләрҙә 400-гә яҡын кеше ҡатнашты. 185 Бөйөк Ватан һуғышы ветеранының ҡәбере тәртипкә килтерелде. Дөйөм эштәрҙә 31 техника эшләне, зыяраттарҙан 15 тонна сүп-сар сығарылды.