Бөтә яңылыҡтар
Иҫтәлекле даталар
22 Декабрь 2020, 10:16

ЯҠТЫЛЫҠ ҺӘМ ЙЫЛЫЛЫҠ УЛАР ИҢЕНДӘ

22 декабрҙә энергетиктар үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләй. Улар энергетика системаларын булдырыу һәм уларға хеҙмәт күрһәтеү өлкәһендә алһыҙ-ялһыҙ эшләй, иҡтисадтың иң мөһим тармағына яуаплы.

22 декабрҙә энергетиктар үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләй. Улар энергетика системаларын булдырыу һәм уларға хеҙмәт күрһәтеү өлкәһендә алһыҙ-ялһыҙ эшләй, иҡтисадтың иң мөһим тармағына яуаплы.
Сибай ҡалаһы “Башкирэнерго” йәмғиәтенең Электр менән тәьмин итеү линияһы бүлеге хеҙмәткәрҙәре ҡаланы электр энергияһы менән тәьмин итеп, һәр йорт яҡты һәм йылы булһын өсөн тырыша. Бүлектең өлкән мастеры, тәжрибәле электрик Флүр Мөхәмәт улы Кәримов хеҙмәт юлын был йәмғиәттә 1990 йылда һауа электр линияларын ремонтлау буйынса электромонтер булып башлаған. 19,5 км оҙонлоғондағы Ҡуянтау-Этҡол, 48 км оҙонлоғондағы Баймаҡ-Юлдыбай юғары вольтлы линияларын төҙөүҙә, 27 км оҙонлоҡта булған Сибай-Төркмән, 46 км оҙонлоғондағы ИГЭС–Буребай-1 линияларын реконструкциялауҙа ҡатнашып ҙур тәжрибә туплай. Артабан уға Ғәлиәхмәт-Йылайыр селтәрендә боҙлауыҡты иретеү өсөн ҡулланылған йәшендән һаҡлаусы тросты изоляциялауҙы, Сибай-Баймаҡ, Бүребай-Йылайыр линияларына терәү урынлаштырыуҙы, бағаналарҙы яңыртыуҙы ышанып тапшыралар. Эште сифатлы һәм урынына еткереп башҡарған йәш белгес тиҙ арала коллективта ихтирам яулай һәм 2012 йылда Флүр Мөхәмәт улы өлкән мастер итеп тәғәйенләнә.
Белгес билдәләүенсә, 2020 йылды «Башкирэнерго» йәмғиәтенең Сибай бүлеге яҡшы күрһәткестәр менән тамамлай: электр линиялары һәм трансформатор подстанциялары даими ремонтланып, яңыртылып торола.
—Минең “Башкирэнерго” йәмғиәтендә эшләүемә быйыл теүәл 30 йыл булды. Эшемде яратҡанғамы, икенсе тармаҡта хеҙмәт итеүемде бөтөнләй күҙ алдына килтерә алмайым. Берҙәм коллектив, Сибай ҡалаһында һәм яҡын райондарҙа метеоролгик күрһәткестәрҙең төрлө булыуына ҡарамаҫтан, эре сәнәғәт һәм социаль әһәмиәтле объекттарҙы электр менән тәьмин итеүҙә бер ниндәй ҙә ҡаршылыҡтарһыҙ, аварияларһыҙ эшләп килә. Беҙҙә бүлек начальнигы Т.Г.Ишбирҙин, уның урынбаҫары И.С. Рәхмәтуллин, мастер Ф.С.Чебаков һәм 5 элктроментер—Ю.Н.Шорохов, М.Х.Мусин, Р.Р.Гатин, Р.З.Ҡотлоғужин, Р.Ш. Ажибаев эшләй. Егеттәр барыһы ла үҙ эшенең оҫталары, уларға бар йөкләмәне лә ышанып тапшырырға мөмкин. Һуңғы йылдарҙа йәш белгестәрҙең күпләп килеүе бигерәк тә ҡыуаныслы.
Сөнки беҙгә тәжрибә менән бүлешергә, йәштәрҙе эшкә өйрәтеп, һөнәр серҙәрен үҙләштерергә ярҙам итергә кәрәк,—ти белгес.
Флүр Мөхәмәт улы етәкселегәндә “Башкирэнерго” йәмғиәте ойошторған “Һөнәри оҫталыҡ” ярышында һауа электр линияларын ремонтлау командаһы өс йыл рәттән призлы урындар яулай. Тәжрибәле белгес үҙе иһә энергетика системаһында күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн Рәсәй Федерацияһы Энергетика министрлығының Рәхмәт хаты менән бүләкләнгән.
Читайте нас: