Бөтә яңылыҡтар
Иҫтәлекле даталар
14 Декабрь 2020, 22:50

Әгәр телем йәшәй икән, йәшәйәсәк халҡым да!

Ғаиләлә башлап нигеҙ һалынған, мәктәптә нығытылған телһөйәрлек сифаты кешене ғүмере буйы оҙатып барғанда ғына телебеҙ бөтмәйәсәк. Телебеҙ йәшәһә, халҡыбыҙ ҙа йәшәйәсәк!


Р.Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейында билдәле шағир И.Кинйәбулатовтың шиғри юлдары менән аталған йөкмәткеле сара үтте.
Йыл һайын 14 декабрҙә Башҡорт теле көнөн үткәреү лицейҙа матур йолаға әүерелде. Сарала төрлө класс уҡыусылары ҡатнашты. Лицей директоры И.Р.Ноғоманов ҡатнашыусыларҙы тәбрикләне. Үҙенең сығышында ул туған телдең кеше тормошондағы әһәмиәтен билдәләне. Уҡыусылар М.Аҡмулланың, Б.Бикбайҙың, З.Биишеваның, Р.Бикбаевтың, Г.Юнысованың һәм башҡа шағирҙарҙың әҫәрҙәрен яттан һөйләнеләр. Китапханасы М.А.Вәлиева балаларҙы ҡыҙыҡлы китаптар менән таныштырҙы, уҡыусыларҙың тел тураһындағы халыҡ мәҡәлдәрен белеүҙәрен дә байҡаны. Сара концерт номерҙары менән биҙәлде. Уҡыусылар башҡарыуында төрлө йырҙар яңғыраны. 7-се класс уҡыусыһы Уразбахтин Айсыуаҡ “Һунарсы” бейеүен башҡарҙы. Юғары класс уҡыусылары Таһиров Вадим һәм Яхина Шәүрә кисәне матур итеп алып барҙылар. Тел байрамы хәүефһеҙлек талаптарына ярашлы ойошторолдо.
Быйылғы сарала Башҡорт теле йылы йомғаҡтарына ла байҡау яһалды. Кисә аҙағында лицейҙа М.Аҡмулланың тормошона һәм ижадына, Башҡорт теле көнөнә арналған иншалар һәм шиғыр һөйләүселәр конкурстары еңеүселәре бүләкләнде. Сара Башҡортостандың халыҡ шағиры Р.Ғариповтың “Туған тел” шиғырын бергәләп һөйләү флешмобы менән тамамланды.
Әйткәндәй, лицейҙа Башҡорт теле көнөнә арналған тематик дәрестәр, класс сәғәттәре лә үткәрелде. Уҡыусылар, уҡытыусылар һәм ата-әсәйҙәр төрлө конкурстарҙа, акцияларҙа әүҙем ҡатнаштылар. Шуны ла әйтергә кәрәк: туған телгә булған ихтирам бер көнлөк кенә түгел! Ғаиләлә башлап нигеҙ һалынған, мәктәптә нығытылған телһөйәрлек сифаты кешене ғүмере буйы оҙатып барғанда ғына, телебеҙ бөтмәйәсәк. Телебеҙ йәшәһә, халҡыбыҙ ҙа йәшәйәсәк!

А.Моталлапова, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы