Бөтә яңылыҡтар
Иҫтәлекле даталар
10 Октябрь 2020, 13:05

Республика көнөнә арналған кисә үтте

Көньяҡ-көнсығыш район-ара “Ғаилә” үҙәгенең балалар һәм үҫмерҙәр социаль приютында Башҡортостан Республикаһы көнөнә арналған кисә үткәрелде.

Көньяҡ-көнсығыш район-ара “Ғаилә” үҙәгенең балалар һәм үҫмерҙәр социаль приютында Башҡортостан Республикаһы көнөнә арналған кисә үткәрелде.
Байрам сараһы башҡорт һәм рус телдәрендә алып барылды. Кисәлә балалар ике телдә тыуған илебеҙ тураһында шиғырҙар һөйләне, йырҙар йырланы, бейене, милли уйындарҙа ҡатнаштылар.
Сараның икенсе өлөшөндә театрлаштырылған тамаша күрһәтелде. Балалар һәм приют хеҙмәткәрҙәре тарафынан әҙерләнгән тамашала Башҡортостанда йәшәгән күп милләтле халыҡтың дуҫ һәм берҙәм йәшәгәнен кәүҙәләндергән күренеш сәхнәләштерелде.
Байрамдан балалар, саҡырылған ҡунаҡтар – барыһы ла ҡәнәғәтләнеү хисе менән таралышты. Сара күңелле коллектив бейеү һәм үҙебеҙ әҙерләгән табында сәй эсеү менән тамамланды.
Приютта бындай саралар йыш үткәрелә. Уларҙың маҡсаты – төрлө ауыр хәлгә тарыған ғаиләләрҙән килгән балаларҙың күңелдәрендә йылылыҡ, наҙ, мөхәббәт кеүек сифаттар уятыу, уларҙы яҡлау һәм ышаныстарын нығытыу.