Бөтә яңылыҡтар
Иҫтәлекле даталар
9 Октябрь 2020, 17:11

“Киләсәк фабрикаһы” Сибайҙа булдырыла

8 октябрҙә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров эш сәфәре менән Сибай ҡалаһында булды. Ул ҡалалағы 6-сы урта мәктәптә һәм 9-сы лицейҙа барған ремонт, филармония реконструкцияһының барышын ҡараны.

8 октябрҙә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров эш сәфәре менән Сибай ҡалаһында булды. Ул ҡалалағы 6-сы урта мәктәптә һәм 9-сы лицейҙа барған ремонт, филармония реконструкцияһының барышын ҡараны.
Андрей Назаров 6-сы дөйөм белем биреү мәктәбен ҡарап сыҡҡандан һуң, республиканың Мәғариф һәм фән министрлығына ҡала хакимиәте менән берлектә уҡыу йортоноң яңы заманса корпусын проектлау һәм төҙөү мәсьәләһен ҡарау, тикшереү бурысын йөкмәтте. Мәктәп ашханаһында уҡыусыларҙың туҡланыу сифатына айырым иғтибар бүлде. Мәктәптең һөнәрлектәрендә булғандан һуң Мәғариф һәм фән министры А.В.Хажинға уҡыусыларҙың эшсе һөнәрҙәргә әҙерлеге буйынса пилот проектын 6-сы мәктәптән башларға тәҡдим итте.
- Заманса һөнәрҙәргә өйрәнеү һәйбәт, әлбиттә. Тик эшсе һөнәренә эйә булыусылар илебеҙҙең иртәгәһе көнө. Балалар юғары, урта һөнәри белем биреү йорттарына барыр алдынан мәктәптә үк эш ҡоралы тотоу, станоктар менән эшләү алымдарына өйрәнергә тейеш. Шуға күрә бөгөнгө көндә һөнәрлектәрҙе яңыртыу, заманлаштырыу беҙҙең төп бурыс, -тине Премьер-министр.
“Мәғариф” милли проектының “Заманса мәктәп” төбәк проекты нигеҙендә төҙөкләндерелгән 9-сы лицей бинаһын ҡарап сыҡҡандан һуң, капиталь ремонт проектын бер аҙ үҙгәртергә, ашхананы киңәйтергә, 1-се ҡатта уңайлы бәҙрәф бүлмәләре булдырырға ҡушты.
Филармония бинаһында барған реконструкцияның оҙаҡҡа һуҙылыуына ла ҡәнәғәтһеҙлек белдерҙе. Эштәрҙе яңы йылға тиклем тамамлауҙы һораны. Бынан тыш “Башҡортостан: үткәндәр аша киләсәккә” акцияһы сиктәрендә ҡала депутаттары, ойошма һәм предприятие етәкселәре, уҡыусылар менән бер рәттән “Аманат” скверына ағастар ултырытыуҙа ҡатнашты.
“Сибай” ҡунаҡханаһы бинаһын ҡарап сыҡҡандан һуң етәкселәр әлегә тиклем буш торған бина “Киләсәк фабрикаһы” бизнес үҙәген урынлаштырыу өсөн бик уңайлы буласаҡ, тәгән фекергә килде.
Андрей Назаров ҡалалағы байтаҡ социаль объектты йылылыҡ менән тәьмин итәсәк заманса блоклы-модулле ҡаҙанлыҡты ебәреүгә старт бирҙе. Артабан ул ҡаланың үҙәк майҙанында йәйелгән йәш оҫталар күргәҙмәһендә һәм Республика көнөнә арналған сарала ҡатнашты.
Читайте нас: