АТАЙСАЛ
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҫтәлекле даталар
1 Сентябрь 2020, 10:51

Дөрөҫ һуҡмаҡ һалынырға тейеш

1 СЕНТЯБРЬ КӨНӨН ҠЫУАНЫП ТА, ТҮҘЕМҺЕҘЛӘНЕП ТӘ КӨТӨҮСЕЛӘР, ӘЛБИТТӘ, ТӘҮГЕ ТАПҠЫР МӘКТӘП ТУПҺАҺЫНА АЯҠ БАҪЫУСЫ БЕРЕНСЕЛӘР ҺӘМ УЛАРҘЫҢ АТА-ӘСӘЛӘРЕ.

1 СЕНТЯБРЬ КӨНӨН ҠЫУАНЫП ТА, ТҮҘЕМҺЕҘЛӘНЕП ТӘ КӨТӨҮСЕЛӘР, ӘЛБИТТӘ, ТӘҮГЕ ТАПҠЫР МӘКТӘП ТУПҺАҺЫНА АЯҠ БАҪЫУСЫ БЕРЕНСЕЛӘР ҺӘМ УЛАРҘЫҢ АТА-ӘСӘЛӘРЕ.
Сибай ҡалаһы Р.Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейының башланғыс кластар уҡытыусыһы Раушания Урал ҡыҙы Бәрәкәтованың эш стажы 26 йылдан ашыу булһа ла, быйылғы уҡыу йылын башлап ебәреү айырыуса тулҡынландырғыс. Тәжрибәле уҡытыусы етенсесе тапҡыр беренселәрҙе үҙ ҡанаты аҫтына ала.
—Лицей директоры Р.И.Ноғоманов етәкселек иткән коллектив һәр ваҡыт алдынғылар рәтендә. Шуға күрә беҙҙең лицейға уҡырға килергә теләүселәр һаны йыл һайын арта. Быйылғы уҡыу йылында лицейҙа бөтәһе 90 бала тәү тапҡыр парта артына ултыра. Беренсе кластарҙы коллегаларым—тәжрибәле уҡытыусылар Фәимә Әғләм ҡыҙы Кәримова, Гүзәлиә Әхмәҙулла ҡыҙы Бай- назарова етәкләй. Һәр баш-ланғыс класс уҡытыусыһы өсөн беренселәр яңы асылыш, яңы үрҙәр яулау. Балаларҙың барыһы менән дә яҡындан танышып, яратып өлгөрҙөм. Тормошомдо уларһыҙ күҙ алдыма ла килтерә алмағанға күрә, уҡыу йылын тиҙерәк башлап ебәрге килә. Шуныһы ҡыуаныслы, бы-йыл тәүге уҡыусыларымдың балалары ла мәктәп тупһаһына аяҡ баҫты. Уларҙы миңә ышанып тапшырғандары, хөрмәт иткәндәре өсөн ата-әсәләргә ҙур рәхмәт белдерәм. Мәктәп—һәр бала өсөн серле, мөғжизәле донъя уларҙы яңы белемдәр, яңы асыштар, яңы үрҙәр көтә. Беренсегә килгән уҡыусыларға ҡыҙыҡлы ла, мауыҡтырғыс та мәктәп тормошона дөрөҫ һуҡмаҡ һалыныр тип ышанам,—ти Р.У. Бәрәкәтова.
Бар булмышын балаларға арнаған педагогтың уҡыусылары лицей тормошонда ғына әүҙем ҡатнашып ҡалмай, ҡала, республика конкурстары, предмет-ара олимпиадалары еңеүселәре лә. Хәстәрле уҡытыусы һалған ныҡлы белем нигеҙе сығарылыш уҡыусыларын да тик алға әйҙәй. Уларҙың күбеһе Мәскәү, Санкт-Петербург, Екатеринбург, Ҡазан, Өфө юғары уҡыу йорттарында белем ала.
—Уҡыусыларға ныҡлы белем биреүҙе маҡсат итеп ҡуйһам да, минең өсөн уларҙың тормошта үҙ урынын табып, күркәм ғаилә ҡороп йәшәүҙәрен күреү ҙур ҡыуаныс. Балаларҙың барыһы ла талантлы, тырыш. Ваҡытында уларҙы күрә белеп, күңелдәрен үҫтереү, тормош һабаҡтары биреү һәр уҡытыусының төп бурысы. Коллегаларымды, уҡыусыларымды, уларҙың ата-әсәләрен Белем көнө һәм яңы уҡыу йылы башланыу менән ҡотлайым. Ныҡлы һаулыҡ, түҙемлек һәм берҙәм булыуҙарын теләйем,—тигән теләктәр еткерҙе Раушания Урал ҡыҙы.
Фотола:
Азалия Арғынбаева, Салауат Ишмырҙин, Тамерлан Көнсыуаҡов, Айғына Уразбахтина уҡытыусылары Раушания Бәрәкәтова менән.