АТАЙСАЛ
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҫтәлекле даталар
25 Июль 2020, 15:25

«ТАУАРҘАРЫ ҮТЕМЛЕ, ХАҠТАРЫ ТЕШЛӘШМӘЙ»

—ти ауыл халҡы шәхси эшҡыуар Зәлифә Манатова хаҡында.Хәйбулла районының Бәләкәй Арыҫланғол ауылында үҙ эшен асҡан йүнселдәр байтаҡ.

—ти ауыл халҡы шәхси эшҡыуар Зәлифә Манатова хаҡында.
Хәйбулла районының Бәләкәй Арыҫланғол ауылында үҙ эшен асҡан йүнселдәр байтаҡ.
Шәхси эшҡыуарҙарҙың береһе Зәлифә Манатова шундайҙарҙың береһе. Ауылда эш булмағанлыҡтан магазин асырға тәүәккәлләгән ханым бөгөн ауылдаштарын көндәлек кәрәк-яраҡ һәм сифатлы аҙыҡ-түлек менән тәьмин итә.
—Электән магазин асыу теләге бар ине,—тип һүҙ башланы Зәлифә Хәким ҡыҙы.—Ҡулыбыҙға 30 мең самаһы аҡса килеп эләккәс, хыялымды тормошҡа ашырырға булдым. Тәүҙә тауарҙарҙы йортобоҙҙоң соланында һаттым, аҙаҡ 4х4 бура алып, аласыҡ төҙөп, бинаны магазинға әйләндерҙек. Сығымдар аҙ булһын өсөн мейес сығартып, шуның менән йылытабыҙ. Кибеттың эргәлә булыуы уңайлы: тиҙ арала йорт эштәреңде башҡарып та өлгөрәһең, магазинда ла һатыу итәбеҙ.
Тәүҙә аҙыҡ-түлектән башланған кәсеп яйлап үҙ емештәрен бирә. Хаҡтары ла әллә ни ҡиммәт булмаған магазиндан халыҡ өҙөлмәй. Ауылдаштары ҡулаҡса менән дә иҫәпләшә, күпселек осраҡта яҙҙыртып та ала. “Үтескә биреп торабыҙ, ни тиһәң дә ауылдаштар бит. Кешенең дә төрлө сағы булыуы бар. Спиртлы эсемлектәр менән бөтөнләй һатыу итмәйбеҙ, һәр саҡ сифатлы, яңы әйбергә өҫтөнлөк бирәбеҙ”,—ти һатыусы.
Тауарҙы эшҡыуарҙың ире Фуат Сурин Гай, Орск, Сибай ҡалаларынан, Аҡъярҙан ташый. Аҙнаһына бер тапҡыр ассортимент яңыртылып тора, заказ биреүселәрҙең теләктәре лә ҡәнәғәтләндерелә, ҙур һорау менән файҙаланған тауарҙарға өҫтөнлөк бирелә.
Ауыл район үҙәгенән йыраҡ, яҡында ҡала ла юҡ, шуға күрә ауыл халҡы бер кило майын йәки көндәлек ҡаймағын, йомортҡаһын ҡайҙалыр ба рып һата алмай. Ире менән кәңәшләшкәс, Зәлифә Хәким ҡыҙы ауыл халҡынан һөт ризыҡтарын йыйып, аҙнаһына бер тапҡыр Гай ҡалаһына алып барып һата. Май, эремсек, ҡорот һәм йомортҡа кеүек аҙыҡ-түлекте магазиндағы төрлө әйбергә алмаштырырға мөмкин.
Халыҡтың ихтыяжы көндән-көн арта, шуға күрә эште йәйелдереү өсөн дә, халыҡтың һорауын ҡәнәғәтләндереү маҡсатында ла көнкүреш әйберҙәрен, кейем-һалым һатыуҙы ла тәьмин итә эшҡыуар.
Бәләкәй ауыл булыуға ҡарамаҫтан, Вәзәмдә (халыҡ телендә ауыл исеме) өс шәхси магазин бар, әммә уларҙың һәр береһенең үҙ һатып алыу-сылары бар. Шулай ҙа күптәр: “Тауарҙары үтемле, хаҡтары тешләшмәй,”—тип Зәлифә Манатованың магазинына килә икән, тимәк улар һатыусынан да, уның әйберҙәренән дә ҡәнәғәт.