Бөтә яңылыҡтар
Иҫтәлекле даталар
19 Июнь 2020, 20:00

Онлайн дәрес үткәрелә

Хәтер һәм ҡайғы көнөндә Башҡортостан музейҙары Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы яҡташтарыбыҙ тураһында онлайн дәрестәр үткәрәсәк.

Хәтер һәм ҡайғы көнөндә Башҡортостан музейҙары Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы яҡташтарыбыҙ тураһында онлайн дәрестәр үткәрәсәк.
Республиканың Милли музейы ла 22 июндә “Хәтер. Музейҙар” тип аталған мемориаль онлайн-акция үткәреүҙе планлаштырған. Сарала республиканың дәүләт һәм муниципаль музейҙары ҡатнаша. “Хәтер. Музейҙар” акцияһының төп маҡсаты Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы Башҡортостандың ҡала һәм ауыл халҡы тураһында хәтерҙе мәңгеләштереү. Онлайн-дәрестәр музейҙар фондында һаҡланған фронтовиктар хаттары һәм хәтирәләренә нигеҙләнеп үткәреләсәк. Онлайн-дәрестәргә баш һүҙ булып Роберт Рождественскийвың “Реквием. (Геройҙарға мәңгелек дан)”: Хәтерләгеҙ! Шиғирынан өҙөк торасаҡ.
Көн дауамында музейҙар онлайн-дәрестәрен үҙҙәренең рәсми сайттарына, социаль селтәрҙәргә төркөмдәренә һәм «YouTube» каналында #памятьмузеиРБ хештегы аҫтында сығарасаҡ.