Бөтә яңылыҡтар
Иҫтәлекле даталар
6 Июнь 2020, 16:30

ДАН ҺИҢӘ, САЛАУАТ!

Салауат Юлаев көндәре сиктәрендә онлайн режимда бик күп саралар, конкурстар уҙғарыла. Ситтә ҡалмағыҙ!

Салауат Юлаев көндәре быйыл республикабыҙҙа онлайн рәүештә уҙғарыла.
Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығы тарафынан 12 июнь көнө "Герой һәм шағир. Башҡортостан тарихында Салауат Юлаев шәхесе роле" темаһына онлайн режимда фәнни-ғәмәли конференция үткәрелә. Ошо уҡ көндө Мәғариф министрлығының интернет ресурстарында "Башҡорт теле: Салауат Юлаев шиғырҙарынан бөгөнгәсә" исемле кәңәшмә ойошторола.
16 июндә интернет киңлектәрендә "Салауат Юлаев" операһын, операға увертюраны, "Оран" музыкаль-шиғри программаны күрергә, тыңларға мөмкин буласаҡ. Ә республика телеканалдарында "Башҡортостан" киностудияһы әҙерләгән документаль фильмдарҙы ҡарарға мөмкин буласаҡ. Шулай уҡ архивтағы спектаклдәрҙе онлайн рәүештә тамашасы хөкөмөнә сығаралар. "Салауат" бейеүен дә ҡарап кинәнерһегеҙ.
"Милли геройыбыҙ Салауат Юлаев образы" тигән оҫталыҡ дәресе ойошторола, уҡыу йорттары араһында видеоконференциялар үткәрелә, тематик китаптарҙан күргәҙмә эшләйәсәк. Ә инде артистарыбыҙ, шулай уҡ Сибай ҡалаһының "Сулпан" театры актерҙары милли геройыбыҙҙың шиғырҙарын уҡып, интернетҡа видеояҙма һаласаҡ.
Шиғыр һөйләү, һүрәттәр конкурстары, флеш-мобтар, викториналар һәм башҡалары--барыһы ла Салауат Юлаевҡа дан йырлаясаҡ! Саранан ситтә ҡалмағыҙ, милли батырыбыҙға хөрмәт күрһәтәйек, йәштәрҙә, балаларҙа уға ҡарата ихтирам тәрбиәләйек!