Бөтә яңылыҡтар
Иҫтәлекле даталар
4 Июнь 2020, 12:55

Төп йортобоҙға, халҡыбыҙға һөйөү берләштерә

Мәҙәниәт өлкәһе кешеһе, ҡурайсы булараҡ, шуға ҡыуа-нам: Ҡоролтай 2007 йылда ҡурайсыларҙың II республика съезын йыйыуҙа ҙур ярҙам күрһәтеп, ҡурайсылар союзын тергеҙеүгә үҙенең тос өлөшөн индерҙе.Сибай башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты эшмәкәрлегенә килгәндә, эштәр планға ярашлы алып барыла. Уларҙың һуңғыларын барлағанда апрелдә сибайҙар «Баш-ҡорт теленән халыҡ-ара диктант—2020» сараһында әүҙем ҡатнашты. Этнографик диктантты ла дәррәү күтәреп алдыҡ.

Йәйҙең тәүге көндәрендә башҡорт халҡы мөһим даталарҙың береһен–Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына 25 йыл тулыуҙы киң билдәләне.
Ошо уңайҙан яҡташтарҙы Сибай башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Илшат Рәшит улы Солтангәрәев ҡотланы:
—Сирек быуат ваҡыт аҙ ғүмер түгел. Был дата беҙгә тарихҡа күҙ һалдырта, хәтерҙәрҙе яңырта, киләсәккә тағы ла ҙурыраҡ һәм мөһимлерәк пландар ҡороуға этәрә.
Йәмәғәт ойошмаларының башҡорттарҙы бергә туплап, бер ҡорға йыйырға тәҡдим итеүен Башҡортостан Хөкүмәтенең ыңғай ҡабул итеүе үҙе оло ваҡиға. Халҡыбыҙ өсөн мөһим сара 1995 йылдың 1-2 июнендә бик ойошҡанлы үтә. Унда Башҡортостандың район һәм ҡалаларынан делегаттар һайлана.
Рәсәй Федерацияһынан килгән ҡунаҡтар Ҡоролтайҙы хуплай.
Йыйынды халыҡ-ара статуста үткәрер өсөн сит илдән ҡәрҙәштәр саҡырыла.
Артабан Ҡоролтай схемаһы буйынса республикала башҡа халыҡтарҙың йыйындары: сыуаш-тарҙың канашы, урыҫтарҙың соборы, татарҙарҙың конгресы ойошторола.
Ҡоролтайҙың 5 йыйыны документтарының барыһы ла архивҡа тапшырылған, теләүселәр уны ҡарай ала.
Мәҙәниәт өлкәһе кешеһе, ҡурайсы булараҡ, шуға ҡыуа-нам: Ҡоролтай 2007 йылда ҡурайсыларҙың II республика съезын йыйыуҙа ҙур ярҙам күрһәтеп, ҡурайсылар союзын тергеҙеүгә үҙенең тос өлөшөн индерҙе.
Сибай башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты эшмәкәрлегенә килгәндә, эштәр планға ярашлы алып барыла. Уларҙың һуңғыларын барлағанда апрелдә сибайҙар «Баш-ҡорт теленән халыҡ-ара диктант—2020» сараһында әүҙем ҡатнашты. Этнографик диктантты ла дәррәү күтәреп алдыҡ.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Мәҙәниәт һәм киң мәғлүмәт саралары комис-сияһы менән Милли әҙәбиәт музейы берлектә үткәргән «Бикбайҙы уҡыйбыҙ» республика интернет-конкурсында ҡаланың үҙәкләштерелгән китапханалар селтәре хеҙмәткәрҙәре әүҙемлек күрһәтте.
Әлеге мәлдә августа үтәсәк Сибайҙың 65 йыллығына әҙерлек бара. Йәмле йәй көндәре ҡалабыҙ урамдарына башҡортса, русса баннерҙар, фәһемле фекерҙәр яҙмаларын элеп сығасаҡбыҙ. Был изге башланғыс Ҡоролтай иғлан иткән Башҡорт теле йылы сиктәрендә тормошҡа ашырыласаҡ.
Күмәк эшкә беҙҙе төп йортобоҙға, халҡыбыҙға һөйөү берләштерә.
Халҡыбыҙ теле, тарихы, мәҙәниәте, йолалары һағында тороусы ойошмаға киләсәктә аҡ юл теләйем!
Читайте нас: