АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҫтәлекле даталар
2 Июнь 2020, 12:55

Миңлеғәле Шайморатов иҫтәлегенә автоуҙыш

29 майҙа Ҡырмыҫҡалы районының Шайморат ауылынан Украинаның Луганск халыҡ республикаһындағы Изварино ауылына тиклем автоуҙышсылар төркөмө ҡуҙғалды.

29 майҙа Ҡырмыҫҡалы районының Шайморат ауылынан Украинаның Луганск халыҡ республикаһындағы Изварино ауылына тиклем автоуҙышсылар төркөмө ҡуҙғалды.
Автоуҙыш 112-се Башҡорт атлы дивизия командиры Миңлеғәле Шайморатов иҫтәлегенә бағышлана. Сарала ҡатнашыусылар урындағы музейға кавалерия дивизияһының байрағы күсермәһен тапшырасаҡ. Шулай уҡ Миңлеғәле Шайморатов һәйкәле янына һәләк булған һалдаттарҙың исемлектәрен ҡуясаҡ, ә аллеяға ылыҫлы ағас үҫентеләре ултыртасаҡ.
Яҙыусы, журналист, “Ҡаҡшамаҫ һәм легендар 112-се...” (“Несокрушимая и легендарная 112-я…”) китабының авторы Борис Малородов, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Салауат Харрасов, “Аҡтау” социаль адаптация үҙәге, “Төн бүреләре” байкерҙар клубы был автоуҙышты үткәреүҙең башланғысы булды.
Автоуҙышта ҡатнашыусылар Һарытау өлкәһенең Хвалынск ҡалаһында ла туҡтап киткән. Унда 112-се Башҡорт атлы дивизияһынының бөгөнгө көндә берҙән-бер иҫән ҡалған яугир, Советтар Союзы Геройы, 97 йәшлек Георгий Федорович Платонов йәшәй. Ул һуғышта 62-се полк менән етәкселек иткән. Автоуҙышта ҡатнашыусылар Георгий Федоровичҡа Шайморатовҡа “Рәсәй Геройы” исеме бирелеүе тураһында хәбәр итте.
Батыр етәксе Г.Ф. Платоновтың да исеме башҡа батырҙарҙың исемдәре менән бергә, Башҡортостандың Милли музейында урынлашҡан мемориаль таҡтаташта алтын хәрефтәр менән яҙылған, унда 112-се Башҡорт атлы дивизияһының барлыҡ Советтар Союзы Геройҙары теркәлгән.