Бөтә яңылыҡтар

ОЛАТАЙҘАР ИҪТӘЛЕГЕНӘ

БАЙМАҠ РАЙОНЫ МУЛЛАҠАЙ АУЫЛЫ МӘКТӘБЕНЕҢ 6-7-се КЛАСС УҠЫУСЫЛАРЫ "ХӘТЕР БАҠСАҺЫ" АКЦИЯҺЫНДА ӘҮҘЕМ ҠАТНАШТЫ.

Баймаҡ районы Муллаҡай төп дөйөм белем биреү мәктәбе уҡыусылары Еңеүҙең 75 йыллығына арнап иғлан ителгән һәр төрлө конкурс-акцияларҙа, флешмобтарҙа ҡатнашып килә. Уҡыусыларға, балаларға ярҙам иткән ата - әсәләргә, туғандарына ҙур рәхмәт. Күмәк көс менән генә һәр төрлө ярыштарҙа ҡатнашып, еңеүгә өлгәшеп була.
6-7-се класс уҡыусылары "Хәтер баҡсаһы" исемле акцияла әүҙем ҡатнашты, һәр төрлө ағас, ҡыуаҡ үҫентеләрен Тыуған ил өсөн башын һалған олатайҙар иҫтәлегенә арнап ултыртты. Алла бирһә, был үҫентеләр ныҡлы тамыр йәйеп шаулап, гөрләп үҫеп китһен, киләсәк быуындарға ла сәләм еткереп торһон.
З.Яҡшыбаева.