АТАЙСАЛ
+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Иҫтәлекле даталар
26 Апрель 2020, 20:40

ЯБАЙ КӨН ТҮГЕЛ УЛ – ЕҢЕҮ КӨНӨ!

Ҡара ҡағыҙ килгәс, бер сәғәттә Ағарҙылар әсә сәстәре... (Тәнзилә Йәнтилина яҙған шиғырҙың тулы варианты беҙҙең сайтта).

Бөйөк Ватан һуғышы ветераны булған атайым Йәнтилин Фәйзулла Әбделхәйер улының
(1909-1975) яҡты иҫтәлегенә арнайым.
Күңелдәге хис-тойғоларым яҙғы ташҡындай шиғыр юлдарына күсте. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, Кәрешкә һәм Ямаш (бөткән ауыл) ауылдарынан бөтәһе 71 кеше һуғышҡа китә, 36 кеше яуҙа һәләк була. 35 егет кенә әйләнеп ҡайта. Был шиғырҙа исемдәр уйлап сығарылмаған. Әсәйем мәрхүмәнең хәтерләүҙәренә таянып яҙылды.
Әллә ниңә атай төшкә керҙе,
Уяндым мин бөгөн баҫлығып.
Үҙгәрмәгән үҙе, ҡултығына
Бер төйөнсөк алған ҡыҫтырып.
Ҡапыл атай өйгә килеп ингәс,
Ғәжәпләнеп артҡа сигендем:
—Нисек, атай, һин үлгәйнең бит һуң,
Һин ҡайтҡанһың, тимәк–тереһең?!
—Борсолмағыҙ, миңә ярамай шул
Һеҙҙең янығыҙҙа ҡалырға...
Оноттоғоҙмо ни, Еңеү көнөн?
Бүләгемде килдем алырға...
9 май–Еңеү байрамында
Беҙ бит йыл да шулай итәбеҙ.
Балаларҙы, туғандарҙы күреп,
Бүләктәрҙе алып китәбеҙ...
—Мин китәйем, көтәләрҙер,–тип һин
Күҙ алдымдан кинәт юғалдың.
—Атай, туҡта, атай, китмә!–тип мин
Илай-илай тертләп уяндым.
Еңеү көнөн элек ветерандар
Һәр яҙ һайын көтөп алдылар:
Миҙалдарын тағып, ғорур баҫып,
Еңеү байрамына барҙылыр.
Май айында батыр яугирҙәрҙе
Хөрмәтләйҙәр ине ололап.
Күңелдәргә шатлыҡ тула ине
Миҙалдарҙың дәртле сыңынан.
Ҡунаҡ булып байрам табынында
Бүләктәрен алып, шатланып,
Көтөп ала инек беҙ атайҙың
Кәйефләнеп, йүгереп ҡайтҡанын.
Оноторлоҡмо һуң Еңеү көнөн?
Оноторлоҡмо һуң ҡорбандар?
Тыуған иле өсөн дошмандарға
Ҡалҡан булып ҡаршы торғандар?!
Ауылымдан ҡыйыу етмеш егет
Ил саҡырғас, атҡа атланды.
Етмеш егеттең бит тап яртыһы
Һуғыш яланынан ҡайтманы!
Берәүҙәрҙең өҙөлөп һөйгән йәре,
Кемдәрҙәңдер ғәзиз атаһы,
Әле өйләнмәгән йәш егеттәр,
Әсәйҙәрҙең йөрәк яраһы...
Йәмилә әбей яңғыҙ улын көткән:
—Бер көн ҡайтып ишек ҡағыр,—тип,
—Ете баҫҡысҡа баҫып торҙом төштә–
Ете йылдан Мирзам ҡайтыр,—тип.
Аҡылынан яҙған ҡайғыһынан
Яңғыҙ улын көтөп алалмай.
Йоҙроҡ төйөп ҡарғай фашистарҙы
Күктә уйнаһа ла һаҙағай.
Шундай өйҙәр булған, бер тупһанан
Өс кешеһен яуға оҙатҡан!
Нисек түҙгән әсә йөрәккәйе,
Өс балаһын берҙән юғалтҡас?!
Бер өйҙән бит өс ул яуға киткән:
Фәләхетдин, Сәләх, Шарафтар.
Сәләх ҡайтҡан, Фәләхетдин менән
Шараф ауған ҡайһы тарафта?
Кемдәр үлсәгән һуң әсәләрҙең
Күпме күҙ йәштәре аҡҡанын?
Йәнтилин Нүрфәйез ҡарттың да бит
Өс улы ла яуҙан ҡайтманы.
Бәһлеүәндәй өс ул: Ниғмәтулла,
Әхмәтфәйез менән Ғәйзулла.
Бер ҡайтмаһа, бер ҡайтырҙар ине
Тәндәрендә әгәр йән булһа.
Игеҙәктәр: Һибәт, Ҡыйбатулла
Егермелә генә йәштәре.
Ҡара ҡағыҙ килгәс, бер сәғәттә
Ағарҙылар әсә сәстәре...
9 май–Бөйөк Еңеү көнө
Байрамдарҙың ул иң көткәне:
Ҡайғыларҙың ҡабат яңырғаны,
Әрнеүҙәрҙең йәнде өткәне.
Һабан һөргән ҡулға мылтыҡ алып,
Аяғына кейеп кирзаһын.
Ябай һалдат һаҡлап алып ҡалды
Оло һәләкәттән Ер шарын.
Онотмайбыҙ, атай, исемдәрҙе
Йөрәк түрҙәрендә һаҡлайбыҙ.
Һәр яҙ һайын киң урамдар буйлап
“Үлемһеҙ полк” менән атлайбыҙ.
Еткерербеҙ килер быуындарға
Һис төшөрмәй Еңеү баһаһын.
Беҙ бит әле яуҙа дошмандарҙы
Еңеп ҡайтҡан яугир балаһы!
Ябай көн түгел ул–Еңеү көнө –
Миллиондарҙың йөрәк яраһы.
Илем өсөн бик ҡиммәткә төштө
Берлиндағы Еңеү байрағы!
Оноторға һеҙҙе хаҡыбыҙ юҡ,
Тыныс йоҡлағыҙ һеҙ ҡәберҙә.
Күктәр аяҙ, тыныс ата таңдар
Беҙ бурыслы һеҙгә мәңгегә!
Ябай көн түгел ул–Еңеү көнө...
—Оноттоғоҙмо ни, Еңеү көнөн?
Бүләгемде килдем алырға,—тип
Атайым төшөмә кергәс,
Үрһәләнеүҙәрем....
Тәнзилә Йәнтилина.
Баймаҡ районы Кәрешкә ауылы.
Читайте нас: